Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУҒЫШ, ХЕҘМӘТ, ҠОРАЛЛЫ КӨСТӘР ҺӘМ ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ ВЕТЕРАНДАРЫ (ПЕНСИОНЕРҘАРЫ) ОЙОШМАҺЫ

Просмотров: 1332

ҺУҒЫШ, ХЕҘМӘТ, ҠОРАЛЛЫ КӨСТӘР ҺӘМ ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ОРГАНДАРЫ ВЕТЕРАНДАРЫ (ПЕНСИОНЕРҘАРЫ) ОЙОШМАҺЫ, 1987 й. Өфөлә Башҡ‑н респ. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһы булараҡ асыла. Бөтә Рәсәй һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡ­лау органдары ветерандары (пенсионерҙары) йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе булып тора. Юғары идара итеү органы — конференция (5 йылға 1 тапҡыр саҡырыла), конферен­циялар араһындағы тәнәфестәрҙә — совет (пленум). 70 ҡала һәм район, 12 тармаҡ ветерандар, 2700‑ҙән ашыу беренсел ветерандар ойошмаһын берләштерә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: ветерандар һәм пенсионерҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың мед. һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға булышлыҡ итеү һ.б. Ойошма ҡатнашлығында йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең йыллығын байрам итеүгә арналған саралар, һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре м‑н йәштәр осрашыуҙары һ.б. үткәрелә. Ойошма м‑н М.С. Муллағәләмов эшмәкәрлеге бәйле.

 С.Я.Габриелов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: