Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы

Просмотров: 1675

ҒӘБИТОВ Ринат Хәмит улы [1.2.1943, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Бекетов а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 16.6.2016, Өфө], хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) БДУ‑ның Хоҡуҡ ин‑тында эшләй (1995—2011 йй. экологик, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хоҡуҡтың теоретик проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Теоретические проблемы организации правовой охраны атмосферы Земли в современных условиях. Уфа, 2000; Теория воздухоохранного права. Уфа, 2003.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: