Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРМАНИЯ

Просмотров: 3329

ГЕРМАНИЯ, Германия Федератив Республикаһы, Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 357 мең км2. Баш ҡалаһы — Берлин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 81,8 млн кеше (2010), 91,5%‑ы — немецтар. Рәсми теле — немец теле. Диндарҙары — протестанттар (34%), католиктар (34%) һ.б.

БР м‑н Г. араһындағы бәйләнештәр РФ м‑н Г. араһындағы мөнәсәбәттәр сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. БР м‑н Саксонияның сауҙа, иҡт., ижт. һәм мәҙәни бәйләнештәр т-да берлектәге хөкүмәт-ара белдереүенә (1992), БР м‑н Саксония-Анхальт араһында тышҡы иҡт. бәйләнештәрҙе үҫтереү т‑да берлектәге белдереүгә, Өфө м-н Галле ҡ. араһындағы килешеүгә (икеһе лә — 1997) ҡул ҡуйылған. Башҡортостанға Саксония-Анхальт һәм Галле ҡ. мэрияһы делегацияһының (1995), ГФР‑ҙың РФ‑тағы илселәренең (1996, 2004, 2006, 2009), Оберхаузен ҡ. йәштәр м‑н соц. эш мәсьәләләре б‑са немец белгестәре делегацияһының (2005) һ.б., БР делегацияларының Г. (1996, 2004, 2007, 2009) һ.б. рәсми визиттары ойошторола. БР м‑н Г. сауҙа-иҡт., фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеге б‑са эш төркөмө эшләй (2004 й. алып). БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н дөйөм тышҡы сауҙа күләмендә Г. өлөшөнә 1,7% тура килә (2009). БР м‑н Г. тышҡы сауҙа әйләнеше 73,4 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 4,3 тапҡырға кәмерәк). БР‑ҙың Г. экспорты — 26,4 млн доллар (2000 й. — 275,4 млн доллар), уның тауар структураһында нефть продукттары, химия продукттары, ҡара һәм төҫлө металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар һ.б. өҫтөнлөк итә. Г. минераль продукттар, каучуктар, механик һәм электр ҡорамалдары, контроль-үлсәү аппаратураһы, а.х. техникаһы һ.б. импорты 47 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 46,5 млн доллар). 2004 й. БР‑ҙа, Г. капитал йәлеп итеп, 22 берлектәге предприятие, Германия фирмаларының 10 вәкиллеге эшләй. 2004 й. Өфөлә “Люфтганза” авиакомпанияһының вәкиллеге асыла. Респ. предприятиелары “Йәшел аҙна” Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша (Берлин, 2005 й. алып). 2006 й. БР ҡалалары һәм райондары башлыҡтары Рәсәй делегацияһы составында РФ һәм ГФР муниципалитеттарының торлаҡ төҙөлөшө,  торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау тәжрибәһен өйрәнеүгә арналған Рәсәй—Германия конф. (Лейпциг ҡ., Саксония) ҡатнаша. Биология институты, Биохимия һәм генетика институты, Ботаника баҡса-институты, Күҙ ауырыуҙары институты, Механика институты, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты һ.б. Г. ғалимдары м-н хеҙмәттәшлек итә. Республиканың юғары уҡыу йорттарында Г. студенттар, аспиранттар уҡый һәм стажировка үтә, Г. уҡыу йорттарында БР студенттары белем ала. Г. делегаттары 1—3 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә, Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән тантаналарҙа ҡатнаша. Респ. театрҙары репертуарына немец драматургтары әҫәрҙәре б-са ҡуйылған спектаклдәр инә: Б.Брехттың “Кураж әсә һәм уның балалары” — Милли Йәштәр театрында (2006), Брехттың “Аҡбур менән һыҙылған Кавказ түңәрәге” — Урыҫ драма театрында  (2003), Э.Т.А.Гофмандың “Щелкунчик” әҫәре — Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында һ.б. Республикала 9 махсус китапхана бар. 2002 й. Милли китапханала Немец уҡыу залы асыла. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта немец йәкшәмбе мәктәптәре эшләй. 2004 й. Рәсәйҙә Г. мәҙәниәте йылы сиктәрендә БР‑ҙа Г. мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Башҡортостанда 2009 й. Башҡортостан—Германия дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлек итеү йылы тип иғлан ителә. 2010 й. Берлинда Европа Союзы һәм сит илдәр башҡорттары ҡоролтайы үтә. Баден-Вюртемберг ере етәкселәре һәм халҡы 2002 й. Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттән һуң эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнаша, һәләк булған 71, ш. иҫ. БР‑ҙан 62, кешенең туғандарына мәрхәмәт һәм шәфҡәт күрһәтә. Юберлинген ҡ. ситендә 2004 й. һәләкәт ҡорбандарына һәйкәл (авторы немец скульпторы А.Цвумзайль) ҡуйыла.             17 б. башында Көньяҡ Уралда тәүге немец күскенселәре күренә башлай, 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б-са Ырымбур губернаһында — 5457, Өфө губернаһында 1092 немец була. Башҡортостан яугирҙары, рус армияһының  сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашып, Г. терр‑яһынан да үтә. 1829 й. немец ғалим натуралистары А. фон Гумбольд, Г.Розе, Г.Х.Эренберг Ырымбур төбәгенә экспедиция ойоштора. Алынған һөҙөмтәләр Розеның 2 томлы “А. фон Гумбольдтың, Г.Эренбергтың һәм Г.Розеның 1829 йылда Рәсәй Императоры ғали йәнәптәре ҡушыуы буйынса Уралға, Алтайға һәм Каспий диңгеҙенә сәйәхәте” (Берлин, 1842) хеҙмәтендә баҫыла. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Көньяҡ Уралдағы лагерҙарҙа немец хәрби әсирҙәре тотола, революциянан (1917) һуң уларҙың күбеһе төбәктең ижт.‑сәйәси тормошона, республиканың Граждандар һуғышы осоронда емертелгән халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға ҡушыла. 1920‑се йй. уртаһында БАССР‑ҙың комсомол ойошмалары Г. эшсе йәштәр ойошмаһы м‑н хат алыша. 1930—40‑сы йй. респ. театр сәхнәләрендә Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт”, “Юлбаҫарҙар”, Г.Гейненың “Альмансор”, Ф.Вольфтың “Профессор Мамлок” (бөтәһе лә — БАДТ‑ла), ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың “Күңелсәк тегенсе” (1935) һәм “Гензель һәм Гретель” (1938), В.Гауфтың “Бәләкәй Мук” (1937; бөтәһе лә — Ҡурсаҡ театрында) әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр ҡуйыла. 1936 й. 2 ай буйы Өфөлә немец яҙыусыһы Вольф була (ул йәшәгән йортҡа 1965 й. мемориаль таҡтаташ ҡуйыла). Икенсе донъя һуғышы йылдарында БАССР‑ҙа Коминтерн (ҡара: Коммунистик Интернационалдың башҡарма комитеты) эшмәкәрҙәре В.Пик, В.Флорин һ.б. йәшәй һәм эшләй, Башҡортостан яугирҙары Г. ҡораллы көстәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте мәсьәләләрен Б.Шпулер, Ф.Бергдольт, Г. фон Менде, К.Ноак, Д.Петерс, С.Цвиклинский өйрәнә (ҡара: Историография). 1948—49 йй. Г. Пёлитц, Магдебург һәм Блегхамер  гидрогенизация з‑дтарынан — респ. нефть эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиелары өсөн, Бернбург сода з‑дынан Стәрлетамаҡ сода з‑ды өсөн ҡорамалдар, транспорт саралары сығарыла. 60—70‑се йй. немец белгестәре республиканың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларының ҡайһы бер производстволарын ҡороуҙа, БАССР белгестәре Шведт нефтехимия комб‑ты, Люцкендорф минераль майҙар з‑ды производстволарын эшләтеп ебәреүҙә, Берлин пр‑тиеларында программалы идара ителеүсе станоктар м‑н эш итергә өйрәнеүҙә һ.б. ҡатнаша. Белорет металлургия комб‑тының металлокорд цехы ҡорамалы Берлиндың Э.Тельман ис. з‑дында етештерелә. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының пирит, цинк концентраттары ГФР‑ға сығарыла. Салауат техник быяла з‑ды  (ҡара: “Салаватстекло”) ГДР‑ҙы тәҙрә быялаһы м‑н тәьмин итә. 1990 й. Дюссельдорф ҡ. халыҡ-ара күргәҙмәгә “Авангард” пр‑тиеһында эшләнгән кислоталы ҡалдыҡтарҙы комплекслы таҙартыу ҡоролмаһы ҡуйыла. 1964 й. алып ГДР‑ҙың Галле округы м‑н бәйләнештәр нығына. Галле һәм Өфө ҡҡ. туғандаш ҡалаларға әйләнә; Өфө урамдарының береһенә округ исеме бирелә (1976). 80‑се йй. башында респ. 28 производство коллективы округтың туғандаш коллективтары м‑н килешеүле бәйләнеш тота. 1967—87 йй. интернациональ студент отрядтарында Галле һәм БАССР вуздары студенттары эшләй. 1985 й. Галлела “Wie Wunderbar die fernen Weiten: Gedichte baschkirischer Poeten aus drei Iahrhundert" (“Ниндәй һоҡланғыс был алыҫлыҡтар: Өс быуат башҡорт шағирҙарының шиғырҙары”) шиғырҙар йыйынтығы, 1990 й. “Башҡорт АССР-ы СССР һәм Галле округы (ГДР) композиторҙары музыкаһы” [“Музыка композиторов Башкирской АССР (СССР) и округа Галле (ГДР)”] исемле башҡ. һәм немец музыка белгестәренең мәҡәләләр йыйынтығы баҫылып сыға. БР‑ҙа 5,9 мең немец йәшәй (2010); БР немецтарының “Видергебурт” мәҙәни-ағартыу союзы, «Рәсәй—Германия дуҫлығы йәмғиәтенең “Башҡортостан—Германия”» Башҡортостан төбәк йәмәғәт ойошмаһы (2005 й. алып), “Алексеевка немец общинаһы” немец тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: