Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИМАЕВ Илдар Рәйес улы

Просмотров: 1895

ҒИМАЕВ Илдар Рәйес улы (14.2. 1962, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а. — 16.6.2008, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1997), юридик ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2002). БАХИ‑ны (1985), РФ ЭЭМ‑ының С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (2002). 1985 й. алып Бишбүләк р‑нында эшләй: 1988—90 йй. “Сухоречка” с‑зы дир., 1991 й. район агросәнәғәт берекмәһе рәйесе, 1992 й. башлап а.х. һәм аҙыҡ‑түлек идаралығы нач., 1996 й. алып район хакимиәте башлығы. 1999 й. БР Президенты Хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар м‑н эшләү б‑са башидаралығы нач., 2000 й. башлап БР Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2003 й. — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., 2007 й. алып БДАУ ректоры. Фәнни хеҙмәттәре дәүләт төҙөлөшө, урындағы үҙидара, дәүләт хеҙмәте, хәҙ. аграр иҡтисад проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 2‑се, 4‑се саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Экономические связи и пропорции территориального АПК. Уфа, 1999; Муниципальная служба в контексте реформы местного самоуправления в России: сравнительно‑правовой анализ. М., 2003; Государственная служба как институт правового государства: проблемы теории и практики. М., 2004.

В.В.Гайдук

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: