Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБАСЫР УТЫ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 995

БАБАСЫР УТЫ ҺЫМАҠТАР (Gentianaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 80 заты, 1000‑дән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡ, ҡыуаҡ, үлән һымаҡ лиана, һирәгерәк тәпәш ағас. Башҡортостанда 5 затҡа ҡараған 12 төрө үҫә. Күп, ике һәм бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, һирәгерәк ҡырлы, быуынлы, төҙ, һирәгерәк күтәрелеүсән, ябай йәки тармаҡлы. Япрағы ябай, ланцет, ҡыяҡ, эллипс йәки йомортҡа формаһында, тигеҙ ситле, япраҡ ҡолаҡсыны юҡ, ултырма, һирәгерәк һаплы, яҡшы үҫешкән (ҡайһы ваҡыт ҡушылып үҫкән) нигеҙле, ҡапма-ҡаршы, һирәкләп сиратлы йәки суҡлы. Сәскәһе эре, аҡ, һарғылт йәшел, күк, ал йәки шәмәхә төҫөндә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, ике ҡатлы 5—4 өлөшлө сәскә эргәлеге, нектарлыҡтар м‑н. Каса япрағы, тажы тоташып үҫкән. Һеркәсе 5, һирәгерәк 4, емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлеге тирсоидлы, пирамида-һепертке һымаҡ. Күбәләктәр, ҡаты ҡанатлылар, себендәр, һағыҙаҡтар, бал ҡорттары һ.б. бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше — ҡумта. Орлоҡтары ел һәм һыу м‑н тарала. Болонда, урман ситендә, тау тундраһында, һирәк урманда һәм һыу буйында үҫә. Декоратив үҫемлектәр (сатраш бабасыр уты, һаҡаллы бабасыр уты һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (түшәлмә бабасыр уты, сибәр һарыгүҙ һ.б.), баллы үҫемлектәр (үпкә бабасыр уты). Составында алкалоидтар, әсе гликозидтар, флавоноидтар булған Б.у.һ. медицинала (ябай һарыгүҙ, һаҙ һарыгүҙе һ.б.), халыҡ медицинаһында (әскелтем бабасыр уты, тупаҡ сверция һ.б.) ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектең 3 һирәк төрө (һаҙ һарыгүҙе, реликт түшәлмә бабасыр уты, һаҡаллы бабасыр уты) индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019