Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УМЫРЗАЯ

Просмотров: 644

УМЫРЗАЯ, 1) (Coronaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда һағыҙут үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы бураҙналы, төҙ, яңғыҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Тамыр яны розеткаһы япраҡтары оҙонса айырса формаһында, һабаҡ япрағы — ҡыяҡ йәки ланцет; бөтәһе лә осло, бер аҙ ҡытыршы. Сәскәһе ал, ҡайһы берҙә аҡ төҫтә, ҡапма‑ҡаршы ботаҡлы пирамида йәки ҡалҡан рәүешле кәүшәк һеперткеләрҙә урынлашҡан. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июнь—августа өлгөрә. Һыубаҫар болондарҙа, һаҙлыҡ ситтәрендә үҫә, республиканың бөтә территорияһында таралған. Декоратив һәм баллы үҫемлек. 2) У. тип шулай уҡ һары умырзая затына ҡараған төрҙәрҙе атайҙар.

А.Ә.Мулдашев, С.С.Хайретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.05.2023