Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРАБОЙҘАЙ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 817

ҠАРАБОЙҘАЙ ҺЫМАҠТАР (Polygonaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 30 заты, 800‑ҙән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Үлән, ярым ҡыуаҡлыҡ, ҡыуаҡлыҡ, һирәк осраҡта ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 5 заттан 32 төр үҫә.

Бер, күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк ваҡ ҡыуаҡлыҡ. Һабағы йомро, төйөнлө, төҙ, түшәлеүсән, һирәгерәк уралыусан. Япрағы ябай, бөтөн, сиратлап, һирәк осраҡта ҡапма‑ҡаршы йәки быуын тирәләп урынлашҡан, төбөндә ғәҙәттә япраҡ ҡолаҡсындары барлыҡҡа килтергән ярылы көпшә м‑н уратылған. Сәскәһе ваҡ, йәшел, һирәгерәк аҡ йәки ал төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле йәки айырым енесле (айырым енесле сәскәләре булған үҫемлектәр бер йәки ике өйлө), ябай сәскә эргәлеге бар (каса япраҡсаһы 3—6 ҡушылып үҫкән япраҡсанан тора). Күпселек төрҙәрҙең һеркәстәре 6, һирәгерәк 9, емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлектәре башаҡ йәки һепертке һымаҡ, ҡайһы берҙә сәскәләре ҡуйын шәлкемендә. Ел һәм бөжәктәр ярҙамында, йыш ҡына үҙенән‑үҙе һеркәләнә. Емеше — сәтләүек, ҡанатлы орлоҡ. Орлоҡтары ел, һыу, ҡайһы берҙә ҡырмыҫҡалар, тояҡлы малдар һ.б. м‑н тарала. Ҡ.һ. болонда, дымлы урында, ҡайһы берҙәре тау тундраһында, далала, ҡалҡыулыҡтарҙың ташлы һәм ҡомло битләүҙәрендә, ҡырсынташлыҡтарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә. Баллы үҫемлектәр (баҫыу ҡарабойҙайы, үрмәле фаллопия һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (Ирәмәл ҡымыҙлығы, баҫыу ҡарабойҙайы, татар ирәүәне, ябай ҡуҙғалаҡ һ.б.), декоратив үҫемлектәр (йылан тамыр, ҡыуаҡлы фаллопия һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (ҡымыҙлыҡ, яҫы ҡымыҙлыҡ, ҡыуаҡлы бөҙрәкәс һ.б.), ҡый үләндәре (татар ҡарабойҙайы, турғай ҡуҙғалағы, эт ҡуҙғалағы һ.б.). Составында дуплау матдәләре, антрагликозидтар (тангут ирәүәне, ат ҡуҙғалағы) һәм флавоноидтар (һыу боросо, геморрой үләне, бәпкә үләне һ.б.) булған Ҡ.һ. дарыу үҫемлектәре булып тора.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: