Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘСИЛ, Ҡалтасы р-нындағы ауыл

Просмотров: 629

ВӘСИЛ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Ҡалмыябаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡалмыя й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 502 кеше; 1920 — 482; 1939 — 457; 1959 — 491; 1989 — 338; 2002 — 338; 2010 — 273 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пунк‑ ты, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1631 й. алып билдәле. 1795 й. 80 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 267 кеше. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән. 70‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: