Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА

Просмотров: 694

ТӘЛГӘШЛЕ АБАҒА (Botrychium), тәлгәшле абаға һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: виргин Т.а., күп айырмалы Т.а., тәлгәшле абаға. Күп йыллыҡ абағалар, бейеклеге 5—40 см, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы һәм йыуан итләс тамырлы. Япраҡтары стериль (ғәҙәттә, ҡауырһын йәки өсләтә теленмә) һәм спора биреүсе (бөтөн йәки бүленгән) өлөштән тора. Спорангиялары шар формаһында, япраҡтың спора биреүсе өлөшө сегменттарының ян‑яғында һәм остарында урынлашҡан. Июль—августа спора осора. Һирәкләп Белорет, Бөрйән, Йәрмәкәй, Кушнаренко, Әбйәлил һ.б. райондарҙың болондарында һәм ҡыуаҡлыҡ араларында осрай. Республика территорияһында үҫкән Т.а. бөтә төрҙәре лә БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.04.2023