Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАСИЛЬЕВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

Просмотров: 701

ВАСИЛЬЕВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл, Партизан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1218 кеше; 1920 — 1347; 1939 — 936; 1959 — 618; 1989 — 400; 2002 — 324; 2010 — 290 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Воскресенка заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Христорождественский исеме м-н билдәле булған. 1795 й. 225 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 100 йортта — 668 кеше. Игенселек, малс-ҡ, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү булған. 1906 й. ш. уҡ ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар училищелары, тимерлек, 3 бакалея кибете, мөгәзәй, урман пристане теркәлгән; ш. уҡ ағас ағыҙыу м‑н шөғөлләнгәндәр. С.М.Кочетков ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019