Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУДАЙЕРА

Просмотров: 651

ГУДАЙЕРА (Goodaera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Азия тропиктарында һәм Яңы Каледонияла таралған. Башҡортостанда һырылыусан Г. үҫә. Бау һымаҡ горизонталь тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 9,5—25,0 см. Япрағы сиратлы, аҫҡыһы йәшел төҫтә (ҡышлай), йомортҡа йәки эллипс рәүешендә, осло, ҡыҫҡа һаплы, яҡынайтылған, өҫкөһө ваҡ, ҡыяҡлы, осло, ултырма. Сәскәһе һарғылт-аҡ, ирене ҡыҫҡа, шпорһыҙ. Сәскәлеге — бер яҡлы йомшаҡ башаҡ. Июль – авг. башында сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг. өлгөрә. Күләгәгә сыҙамлы мезофит; ярлы, аҙ әселектәге тупраҡта осрай. Тупраҡ бәшмәге м‑н микоризаға инә. Йәшел мүкле ваҡ япраҡлы урманда һәм һаҙлыҡ ситендә үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал алдында осрай. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Декоратив үҫемлек.

З.Е.Ҡылысова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: