Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕНДРОЛОГИЯ

Просмотров: 1479

ДЕНДРОЛОГИЯ (гр. dendron – ағас һәм ...логия), ботаниканың ағас үҫемлектәрҙе (ағас, ҡыуаҡ, ваҡ ҡыуаҡлыҡ һ.б.) өйрәнеүсе бүлеге. Д. төп маҡсаттары: ағас үҫемлектәрҙең систематикаһын, морфологияһын, биологияһын, экологияһын, геогр. таралыуын, уларҙы торама пункттарҙың санитар-гигиена торошон яҡшыртыу өсөн йәшелләндереүҙә, эрозияға бирелгән һәм киптерелгән ерҙәрҙе һ.б. урманлаштырыуҙа ҡулланыуҙы өйрәнеү. Башҡортостан дендрофлораһы беренсе тапҡыр 18 б. 2‑се ярт. П.С.Паллас тарафынан тасуирлана, 19 б. аҙ. күп ағас үҫемлектәр С.И.Коржинский һәм О.А.Федченко хеҙмәттәрендә һүрәтләнә. Респ. дендрофлораһын ентеклерәк И.М.Крашенинников етәкс. Башҡортостан комплекслы экспедицияһының геоботаника отряды ғалимдары өйрәнә. 1931—36 йй. ошо йүнәлештәге тикшеренеүҙәрҙе Тупраҡ‑ботаника бюроһы хеҙм‑рҙәре үткәрә. 1930—80‑се йй. Урман тәжрибә станцияһында амур бәрхәте, маньчжурия сәтләүеге һ.б. (Д.А.Ильичёв), тирәктәр (А.М.Березин), ултыртылған йырын һыҙа ағастары (Ю.Ф.Косоуров) өйрәнелә. Дендрологик тикшеренеүҙәрҙе 1939 й. Ботаника баҡсаһында (ҡара: Ботаника баҡса институты) ағасҡыуаҡ питомнигына нигеҙ һалған А.Л.Коркешко дауам итә. Артабанғы йылдарҙа Ботаника баҡсаһында ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың хужалыҡ өсөн ҡиммәтле төркөмдәре, ш. иҫ. ашарға яраҡлы үҫемлектәр (Г.К.Байков), дарыу үҫемлектәре (Е.В.Кучеров), декоратив үҫемлектәр (Р.В.Вафин, А.С.Сахарова һ.б.), оранжерея үҫемлектәре (З.Н.Сөләймәнова), төрлө системалы төркөмдәге ағас үҫемлектәр: сәнскәкле шыршы һәм сирень төрҙәре (Н.В.Полякова, Сахарова), гөлйемеш (Н.М.Мурысёва), тал һымаҡтар (А.Ю.Кулагин), энәлек, арса һымаҡтар, яланғас орлоҡлоларҙың (Вафин, Л.С.Никитина, В.П.Путенихин, А.Н.Якимов; ҡара: Дендрарий) төрҙәре өйрәнелә. 1950—60‑сы йй. далала урман үҫтереү маҡсатында ағас үҫемлектәрҙе өйрәнеү м‑н Б.И.Федорако шөғөлләнә. 70‑се йй. башлап Биология институтында — тирә‑яҡ мөхитте сәнәғәт бысратыуының ағастарға тәьҫире (Ю.З.Кулагин), техноген йөкләнеш шарттарында ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың тотороҡлолоғо, мөхитте стабилләштереүсе роле (А.А.Баталов, Р.Х.Ғиниәтуллин, А.А.Кулагин, Кулагин, Н.А.Мартьянов), 1995 й. Аграр университетта йүкәлектәрҙең биол. продуктлылығы һәм татлылығы мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. БР терр‑яһында яҡынса 125 урындағы төр ағас, ҡыуаҡ, ярым ҡыуаҡ һәм яҡынса 40 төр интродукцияланған үҫемлек (амур бәрхәте, канада тирәге, пенсильвания ҡорос ағасы, балан япраҡлы ҡыуыҡ емеш һ.б.) үҫә.

Әҙәб.: Кулагин Ю.З. Индустриальная дендроэкология и прогнозирование. М., 1985; Леса Башкортостана. Уфа, 2004; Путенихин В.П. Дендрология с основами декоративного садоводства: в 2 ч. Уфа, 2006—2007.

Р.Х.Ғиниәтуллин, В.П.Путенихин, Ә.Ф.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019