Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАГАРА ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1270

ГАГАРА ҺЫМАҠТАР (Gaviiformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе (гагаралар), 5 төрө билдәле. БР‑ҙа 2 төрө бар. Һыуҙа йөҙөүсе ҙур күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 53—73 см, ауырлығы 1,1—3,4 кг). Ҡауырһыны көлһыу йәки аҡ менән сыбарланған ҡара төҫтә, түше һәм ҡорһағы — аҡ. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы, ҡалын мамыҡ ҡатламлы. Суҡышы төҙ, осло, көслө. Ҡанаты ҡыҫҡа, тар. Г.һ. аяғы көслө, кәүҙәһенең артҡы өлөшөндә урынлашҡан (ҡоро ерҙә ауыр йөрөй, ғәҙәттә шыуыша). Алғы бармаҡтары оҙон, йөҙөү ярылары менән тоташҡан; артҡы бармағы көсһөҙ, башҡаларынан өҫтәрәк урынлашҡан, тар йөҙөү ярыһы бар. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Һыу буйында үләнле һөҙәк ярҙа парлап (һирәкләп сыпҡай һ.б. ҡоштар менән берлектә тупланып) оя ҡоралар. 1—3 (йышыраҡ 2) йомортҡа һалалар. Инә һәм ата ҡош 25—29 көн баҫа. Ваҡ балыҡтар, моллюскылар һ.б. умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Г.һ. ғүмеренең күпселек өлөшөн һыуҙа үткәрә, ярға оя ҡороу һәм ял итеү өсөн генә сыға. Ҡарабоғаҡ гагара — Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таҙа һыулы күлдәрҙә һәм ҡылыларҙа, ҡыҙылбоғаҡ гагара осоп китеү һәм килеү осоронда Башҡортостандың Урал алдында осрай. Ҡарабоғаҡ гагара БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022