Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА ЙЫЛАНДАР

Просмотров: 960

ҠАРА ЙЫЛАНДАР (Vipera), йыландар отрядының ҡара йыландар ғаиләһенә ҡараған һөйрәлеүселәр заты. 25 төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 2 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 1 м тиклем, төҫө асыҡ һоронан алып ҡараға тиклем, арҡаһы кәкре һыҙыҡлы. Башы өсмөйөш йәки трапеция рәүешендә, өҫ яҡтан дөрөҫ булмаған формалағы ваҡ мөгөҙсә м‑н ҡапланған; ябай Ҡ.й. башында тәре рәүешендәге һүрәт бар. Күҙ ҡараһы вертикаль. Өҫкө яңағында 2 хәрәкәтсән көпшә һымаҡ ағыулы теш урынлашҡан. Енси диморфизм хас: инә йыландар аталарына ҡарағанда эрерәк. Полигам. Енси яҡтан 3—5 йылда өлгөрә. Йомортҡа-тере бала тыуҙырыусы, көҙөн инә йылан 5‑тән алып 18‑гә тиклем бала тыуҙыра. 15 йылға тиклем йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Оло йыландар башлыса ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр, йәштәре бөжәктәр, лайлалы ҡусҡарҙар, селәүсендәр һ.б. м‑н туҡлана. Яңғыҙ йәки бәләкәй төркөмдәр (2—5 зат), һирәгерәк ҙур өйкөмдәр м‑н кимереүселәр, һуҡыр сысҡан өңдәрендә, ағас тамырҙары аҫтында, яр, ҡая ярыҡтарында ҡышлайҙар. Ябай Ҡ.й. ҡуйы үләнле ҡатнаш урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында тереклек итә, урман һәм урман-дала зоналарында таралған. Дала Ҡ.й. далала, һыубаҫар урмандарҙа, йырындарҙа, ташлы битләүҙәрҙә тереклек итә, дала һәм урман-дала зоналарында таралған. Ҡ.й. экосистемаларҙа сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙең, моллюскыларҙың, бөжәктәрҙеңһанын көйләй. Ҡ.й. сағыуы кеше өсөн хәүефле. Ҡ.й. йылан ағыуына ҡаршы сывороткалар, башҡа дарыуҙар алыу маҡсатында аҫрайҙар.

В.Ф.Хәбибуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019