Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДҮСӘН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 848

ДҮСӘН, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.-Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Саҡмағош й. (Дим й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 777; 1939 — 600; 1959 — 502; 1989 — 513; 2002 — 496; 2010 — 413 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Хәкимов К. музейы, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1753 й. (1770 й. теркәлгән) керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улусы ҺарыһаҙТәкермән а. (хәҙ. ТР‑ҙың Сарман р‑ны) башҡорттары нигеҙ һала. 1781 й. бында ш. уҡ шарттарҙа башҡорттарҙың яңы төркөмдәре төпләнә. 1795 й. 15 йортта 69 кеше йәшәгән, 1866 й. 50 йортта — 331 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 70‑се йй. аҙ. Д. 20 б. башында нигеҙләнгән Светлая Заря ҡасабаһы ҡушылған. К.Ә.Хәкимов, Х.Р.Хәкимов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: