Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУЙЫР

Просмотров: 721

ҺУЙЫР (Tetrao urogallus), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 60—80 см, ауырлығы 4—5 кг (ҡайһы берҙә 6,5 кг тиклем), инә Һ. вағыраҡ. Ата ҡоштоң арҡаһы һәм ҡанаттары ҡара‑көрән, түше — ҡара‑йәшел төҫтә, металл кеүек ялтыр, ҡорһағы — аҡ таптар м‑н сыбарланған ҡара, башы һәм муйыны ҡара‑һоро төҫтә, күҙенең өҫтөндә һәм артында яланғас ҡыҙыл тире табы бар. Инә Һ. аҡ һәм ҡара таптар м‑н сыбарланған көрән төҫтә. Башы ҙур, ялпаҡ, көслө суҡышының осо ырғаҡ һымаҡ бөгөлгән, ҡойроҡ ҡауырһындары киң. Полигам. Күбеһенсә яҙ көнө ерҙә йәки ағастарҙа гөлдөрләй. Уйын йырын (сутылдау) башҡарған саҡта ата ҡош бер нисә секундҡа ишетеү һәләтен юғалта. Ояһы — тупраҡтағы ҙур булмаған уйым, япраҡтар, үләндәр һәм ҡауырһындар түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла көрән таплы һарғылт аҡ төҫтәге 7—9 йомортҡа була, уларҙы инә ҡош 25—28 көн эсендә баҫып сығара. Ағас һәм үлән кеүек үҫемлектәрҙең япраҡтары, бөрөләре, үренделәре, емештәре, умыртҡаһыҙҙар, ҡыш көнө ҡарағай бөрөләре һәм ылыҫ м‑н туҡлана. Ҡарағай ҡатыш ылыҫлы­япраҡлы урмандарҙа йәшәй, БР‑ҙа башлыса тау‑урман зонаһында осрай. Һунар объекты.

А.В.Бурзянцев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019