Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОҒАН (Bucephala clangula)

Просмотров: 792

БОҒАН (Bucephala clangula), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 42—50 см, ауырлығы 1 кг тиклем. Башы ҙур, йомро. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар ҙурыраҡ һәм яҙын сағыуыраҡ төҫтә була (түше һәм ян-яғы аҡ, ҡанаты, арҡаһы һәм ҡойроғо ҡара, башы йәшкелт ҡара; суҡышы менән күҙе араһында түңәрәк аҡ тап бар). Инә ҡоштоң ҡауырһын япмаһы башлыса һоро, башы көрән, муйынында яҙ, көҙ һәм ҡышын ҡулса формаһында аҡ һыҙат була; суҡышы һоро, осонда һары һыҙат бар. Моногам. Ҡара тумыртҡаның иҫке ояларына һәм ағас ҡыуыштарына оялай. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 6—14 йәшкелт зәңгәр йомортҡа һала. Инә ҡош 26–30 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Һыу бөжәктәре һәм уларҙың балағорто, һыу бөрсәләре, моллюскылар, ваҡ балыҡ, һыу үҫемлектәре орлоғо һәм үҫентеһе менән туҡлана. Ағаслыҡ менән ҡапланған йылға һәм бәләкәй күл ярҙарына оялай. БР‑ҙа аҙ һанлы ҡош, Ағиҙел, Дим, Тере Танып йй., Йылайыр яйлаһы һыубаҫар туғайҙарында һәм Башҡортостандың Урал аръяғындағы урманлы далала осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022