Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ

Просмотров: 826

ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ (Neolycaena rhymnus), күбәләктәр отрядының зәңгәр күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанат йәйеме 2,3—2,5 см, өҫкө яғы ҡуңыр төҫтә; аҫҡы яғы — ваҡ аҡ таплы көрән йәки аҡһыл көрән. Инә күбәләк йомортҡаларын ҡыуаҡ селектең бер йыллыҡ ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтарының ҡорһаҡ яғы ялпаҡ, арҡа яғы ныҡ ҡабарынҡы; нәҙек, ҡыҫҡа төктәр менән ҡапланған. Тупраҡта ҡурсаҡлана. БР шарттарында 1 быуын бирә. Ҡарышлауығы ҡышлай. Май—июндә оса. Оло бөжәк сәскә таты, ҡарышлауығы ҡурай еләге һәм селек япраҡтары менән туҡлана. БР‑ҙа дала һәм урман‑дала райондарында осрай.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Ялан зәңгәр күбәләге (Neolycaena rhymnus): а — өҫкө яғы; б — аҫҡы яғы

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022