Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪ

Просмотров: 687

АҪ (Mustela erminea), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 17—30 см, ауырлығы 180—200 г (ҡайһы ваҡыт 260‑ҡа тиклем). Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа, йәйен һорғолт ерән (ҡорһағы һәм тамағы аҡ), ҡышын аҡ. Башы оҙонса, йомро моронло. Кәүҙәһе һығылмалы, һуҙынҡы. Ҡолаҡ япраҡтары бәләкәй, овал-өсмөйөш. Аяғы ҡыҫҡа, бармаҡтары араһында яры бар. Ҡойроғо оҙон (12 см тиклем), осо ҡара. Полигам. Инә А. енси яҡтан 2—3, ата — 11—14 айҙа өлгөрә. Йылына 1 тапҡыр 4‑тән 8‑гә тиклем (ҡайһы ваҡыт 13) яланғас һуҡыр бала тыуҙыра. 6 йылға тиклем йәшәй. Төнөн әүҙем. Нигеҙҙә, сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ш. уҡ тәлмәрйендәр, балыҡтар, ҡоштар, бөжәктәр м‑н туҡлана. Аҙ күләмдә запас йыя. Йылға үҙәнендә, күл янында йәшәй, ояһын кимереүселәрҙең буш өңдәрендә, ағас ҡыуыштарында, ағас тамырҙары аҫтындағы ҡыуышлыҡтарҙа, таштар араһында эшләй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Ҡиммәтле тиреле йәнлек.

А.В.Едрёнкин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019