ЕЖОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл
1131
ЕЖОВКА, Благовещен р-нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 71 км һәм Загородная т. юл ст. Т.-Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 385 кеше; 1920 — 523; 1939 — 394; 1959 — 386; 1989 — 142; 2002 — 104; 2010 — 84 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп бар.
Ауылға Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур ҡаҙна палатаһының 1822 й. бойороғо б‑са крәҫтиәндәр нигеҙ һала. 1865 й. 91 йортта 485 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ, умарт-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. тимерлек, бакалея кибете теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: