ЕКАТЕРИНОВКА, Бәләбәй р-нындағы ауыл
662
ЕКАТЕРИНОВКА, Бәләбәй р-нын-дағы ауыл, Баженов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 20 км һәм Приют т. юл ст. Т.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 161 кеше; 1920 — 380; 1939 — 204; 1959 — 372; 1989 — 100; 2002 — 117; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).
Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә алпауыт Буниндарҙан һатып алынған ерҙәрҙә Сембер губ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1906 й. Екатериновка шишмәһе исеме м‑н теркәлгән; тимерлек, бакалея кибете булған. 20-се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.
Т.И.Әминев
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: