Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛЫШ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 775

ЙЫЛЫШ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ирсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 121 км алыҫлыҡта Оло Энәк й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 495 кеше; 1920 — 514; 1939 — 386; 1959 — 452; 1989 — 377; 2002 — 445; 2010 — 433 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са (1725 й. теркәлгән) Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Илыш исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала. 1865 й. 36 йортта 199 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) министрлыҡ мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: