Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

Просмотров: 840

ДӘҮЛӘТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, 18—19 бб. Рәсәйҙә крепостнойлыҡҡа ҡарамаған ер эшкәртеүсе халыҡ араһынан формалашҡан крәҫтиәндәр категорияһы. Д.к. дәүләт ерҙәрендә йәшәгән, үҙҙәренә бүлеп бирелгән ер м‑н файҙаланған, йән башына һалым һәм 40 тинлек оброк түләгән, йөкләмәләр үтәгән (1850 й. йөкләмәләрҙең бер өлөшө аҡса йыйымы м‑н алмаштырыла), дәүләт органдары идаралығына буйһонған һәм шәхсән ирекле тип иҫәпләнгән. Башҡортостан терр‑яһында Д.к. категорияһы 18 б. алып билдәле. Бобылдәрҙән, монастырь крәҫтиәндәренән, яһаҡлы кешеләрҙән, типтәрҙәрҙән, отставкалағы һалдаттарҙың балаларынан, сумаҙанлы татарҙарҙан (үҙ иҫәбенә ям тотҡандар, Ҡазандан Өфөгә кеше һәм ҡаҙна йөгө ташығандар), ерле һалдаттарҙан (1842 й. башлап бер өлөшө — Д.к., ҡалғандары казак ҡатламына күсерелә), ҡаҙнаға күсерелгән, эйәһеҙ ҡалған һәм банк крәҫтиәндәренән (бурыстары өсөн алпауыттарҙан тартып алынған йәки хужаһыҙ ҡалған крәҫтиәндәр) формалашҡан. Д.к. бер өлөшө аҫаба башҡорттар м‑н керҙәшлек килешеүе б‑са башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан (ҡара: Аҫаба). Тәүге торамалары Ырымбур губернаһының көнсығыш райондарында барлыҡҡа килгән. Д.к. ҡаҙнаға аҡса йыйымдары (йән башына һалым, өҫтәмә продуктҡа оброк, земство һәм община йыйымдары) түләгән, натуралата йөкләмәләр башҡарған (Ырымбур сик һыҙығының Уй һәм Яйыҡ дистанцияларын аҙыҡ-түлек м‑н тәьмин иткәндәр), 40 тинлек оброк йыйымы урынына “дә .ләт дисәтинәһе баҫыуы” н һөргән (1743 й. алып натуралата иген оброгы м‑н алмаштырыла), барщина һәм натуралата йөкләмәләр (ылау, йортҡа индереү, юл, рекрут һ.б. йөкләмәләр) үтәгән. Ырымбур губ. Д.к. аҡса йыйымдары арта барған: 1724 й. — йән башынан 40 тин, 1810 й. — 2 һумға яҡын, 1812 й. — 3 һум, 1816 й. — 3 һум 26 тин, 1817 й. — 3 һум 30 тин, 1839 й. башлап (көмөшкә күсереп иҫәпләгәндә) — 95 тин, 1861 — 62 йй. — 1 һум. Д.к. ужым арышы, һоло, арпа, тары, ҡарабойҙай, борай, борсаҡ, киндер, етен сәскән; һатыу өсөн иген үҫтереп, үҙәк Рәсәй ҡалаларына алып барған. Умартасылыҡ, урман кәсептәре, күн эше, тегенселек, балыҡсылыҡ (башҡорттарҙан ҡуртымға күл, йылға участкалары алғандар) һ.б. м‑н шөғөлләнгәндәр; ситкә китеп эшләү, тау заводтарына ялланыу таралған була. 19 б. 50‑се йй. аҙ. Ырымбур губ. терр‑яһында Д.к. ер бүлеме үлсәмдәре: Бөрө өйәҙендә — бер ир-атҡа 19 дисәтинә ер, Бәләбәй өйәҙендә — 10,2, Минзәлә өйәҙендә — 8,6, Өфө өйәҙендә — 8,3, Силәбе өйәҙендә — 18,1, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 7,4, Троицк өйәҙендә — 11,1, Ырымбур өйәҙендә — 14,8 дисәтинә ер. Генераль ыҙанлау барышында Д.к. 15 дисәтинә ер бирелгән. Д.к. һаны (ир-ат), 2‑се ревизия (1719) мәғлүмәттәре б‑са, 11,6 меңдән ашыу тәшкил иткән, 3‑сө ревизия (1762) — 99 меңдән ашыу, 5‑се ревизия (1800) — 161,5 меңдән ашыу, 7‑се ревизия (1816) — 171,6 меңдән ашыу, 8‑се ревизия (1834) — 310 меңдән ашыу (шуларҙың 60 меңдән ашыуы — Боғорослан өйәҙендә, 35,5 меңдән ашыуы — Бөгөлмә өйәҙендә, 8,6 меңдән ашыуы — Бөрө өйәҙендә, 51 меңгә яҡыны — Быҙаулыҡ өйәҙендә, 11,5 меңдән ашыуы — Бәләбәй өйәҙендә, 0,8 меңдән ашыуы — Верхнеурал өйәҙендә, 26 меңгә яҡыны — Минзәлә өйәҙендә, 16 меңдән ашыуы — Өфө өйәҙендә, 46 меңдән ашыуы — Силәбе өйәҙендә, 6,3 меңдән ашыуы — Стәрлетамаҡ өйәҙендә, 9,5 меңдән ашыуы — Троицк өйәҙендә, 26 меңдән ашыуы — Ырымбур өйәҙендә), 9‑сы ревизия (1850) — 326 меңгә яҡын. 1861 й. Крәҫтиән реформаһы алдынан Ырымбур губ. — яҡынса 214 мең (1858), Ырымбур һәм Өфө губерналарында 241 меңдән ашыу (1865) ир-ат Д.к. иҫәпләнгән. Этник составы (10‑сы ревизия мәғлүмәттәре б‑са; 1859) төрлө булған: урыҫтар 152 меңдән ашыу кеше (71,3%) тәшкил иткән, татарҙар — 33 меңдән ашыу (15,6%), сыуаштар — 15 меңгә яҡын (7%), мордвалар — 10 меңдән ашыу (5%) һ.б. 18 б. башынан Д.к. дәүләт заказдары үтәгән тау заводтарына беркетеп яҙыу (ҡара: Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр, Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) һәм тау сәнәғәтселәренә ҡуртымға биреү (ҡара: Посессион заводтар); удел крәҫтиәндәре категорияһына күсереү; айырым кешеләргә һатыу һ.б. тарала. 19 б. 1‑се ярт. Д.к. крәҫтиәндәр ултырмаған ерҙәрҙе һатып алыу (1801 й. указ), сауҙа эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнеү (1824 й. манифест), ҡалаларға йәшәргә күсеү (1849 й. 24 ғин. закон) хоҡуғына эйә була. Д.к. ихтилалда (1835), 1859 й. шарап йоломо системаһына ҡаршы “айыҡлыҡ хәрәкәтендә” ҡатнаша. 1866 й. 24 нояб. ҡабул ителгән “Дәүләт крәҫтиәндәренең ер биләү ҡоролошо тураһында” законға ярашлы, Д.к. файҙаланыуында булған ерҙәр (8—15 дисәтинә) уларҙа ҡала. 1886 й. 12 июнендә ҡабул ителгән закон б‑са, һатып алынған ерҙәренә милексе булыу хоҡуғы алалар.

Әҙәб.: Шайхисламов Р.Б. Население государственной деревни дореформенной Башкирии. Уфа, 1994; Роднов М.И., Васильева О.В. История Николо-Берёзовки. Уфа, 1997.

М.И.Роднов, Р.Б.Шәйхисламов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019