Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

Просмотров: 1340

ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараһы органдары эшмәкәрлеген күҙәткән урындағы дәүләт органдары. Ҡала реформаһы (1870) барышында 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы” на ярашлы ойошторолалар. Эске эштәр министрлығына буйһонғандар. Губернатор етәкселек иткән, присутствие составына вице-губернатор, Ҡаҙна палатаһы идарасыһы, губерна ҡалаһы башлығы, губерна прокуроры, крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары ағзалары ингән. Һайлау үткәреүҙе (һайлаусылар исемлеген төҙөү һәм уларҙы куриялар б‑са бүлеү), ҡала думалары һәм ҡала башҡармалары эшмәкәрлеген күҙәткәндәр, ҡала идаралығы органдары һәм полиция араһында тыуған бәхәстәрҙе хәл иткәндәр һ.б. 1892 й. 11 июнендәге “Ҡала положениеһы” [ҡара: Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)] б‑са бөтөрөләләр, функциялары земство һәм ҡала эштәре буйынса губерна присутствиеларына тапшырыла. 1870 й. авг. Ҡ.э.б.г.п. Өфөлә һәм Ырымбурҙа асыла.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019