Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

Просмотров: 1331

КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә Крәҫтиән реформаһының төп положениеларын бойомға ашыуҙы күҙәткән урындағы дәүләт органдары. 1861 й. 19 февр. “Крәҫтиән эштәре буйынса губерна һәм өйәҙ учреждениелары тураһында”ғы положениеға ярашлы эш иткәндәр. Эске эштәр министрлығына буйһонғандар. Присутствиеларға губернатор етәкселек иткән, уларҙың составына губерна прокуроры, Дәүләт милке палатаһы идарасыһы, 4 ер биләүсе дворян, дворяндарҙың губерна башлығы, Крәҫтиән ер банкыһы бүлеге идарасыһы, секретарь ингән; 1874 й., составтан урындағы дворяндар сығарылып, өҫтәмә рәүештә губерна земство башҡармалары рәйесе, Ҡаҙна палатаһы идарасыһы, ш. уҡ губернатор тарафынан урындағы дворяндар араһынан тәғәйенләнгән мотлаҡ ағзалар индерелгән. 1889 й. 12 июлендәге “Земство участка башлыҡтары тураһындағы положение”ға ярашлы, губерна присутствиелары итеп үҙгәртелгәндәр, уларҙың составына губернатор, вице-губернатор, округ суды прокуроры, дворяндарҙың губерна башлығы һәм 2 мотлаҡ ағза ингән. Өйәҙ съездарына һәм мировой аралашсылар өҫтөнән яҙылған крәҫтиәндәргә ер бүлеү м‑н бәйле ялыуҙарҙы тикшергәндәр, бүлеп бирелгән ерҙең ҙурлығын һәм крәҫтиәндәрҙең уға түләгән йөкләмә күләмен аныҡлағандар, ауылдарҙы улустар б‑са бүлеү проекттарын һ.б. раҫлағандар. Өфө губернаһында К.э.б.г.п. 1865 й. авг. асыла, 1894 й. окт. губерна присутствиеһы итеп үҙгәртелә. Губерна һәм өйәҙ земство йыйылыштары, ыҙанлау комиссиялары, крәҫтиән үҙидаралыҡ органдары (ш. иҫ. ер һатып алыу ваҡыты һәм хаҡы мәсьәләләре б‑са) эшмәкәрлеген контролдә тотҡандар, Махсус ыҙанлау үткәреүгә булышлыҡ иткәндәр. “Башҡорттар тураһында положение”ға ярашлы, башҡорттар Өфө К.э.б.г.п. ҡарамағына күсерелә; 1870 й. сент. уның составына башҡ. ерҙәрен ҡайтанан ыҙанлау б‑са мотлаҡ ағза (эске эштәр министры тарафынан раҫлана; 1898 й. бөтөрөлә), 1875 й. мартында ыҙанлау ревизоры (юстиция министры тарафынан раҫлана; 1898 й. бөтөрөлә) билдәләнгән. 1874 й. Өфө губ. Крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиелары ойошторола (1889 й. бөтөрөлә), улар составына дворяндарҙың өйәҙ башлығы (рәйесе), исправник, өйәҙ земство башҡармаһы рәйесе, 1879 й. алып хөкүмәт тарафынан билдәләнгән мотлаҡ ағза инә. 1879 й. ғин. Бөрө өйәҙендә, Бәләбәй өйәҙендә һәм Минзәлә өйәҙендә крәҫтиән эштәре б‑са өйәҙ присутствиеларында ш. уҡ башҡ. дайсаларын ҡайтанан ыҙанлау б‑са мотлаҡ ағзалар билдәләнә. К.э.б.г.п. 1917—18 йй. бөтөрөлә.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. В.Х.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019