Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТШИН Абдулла Сибәғәтулла улы

Просмотров: 1160

ДӘҮЛӘТШИН Абдулла Сибәғәтулла улы, Ғабдулла Дәүләт [20.12.1894 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 2.9.1894), Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яңы Казак утары, хәҙ. Яңы Казак ҡсб (Орск ҡ.), — 12.12.1963, Мәскәү], революция хәрәкәте эшмәкәре. РКП(б) ағзаһы (1918). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1930). 1912 й. алып Орск берләштерелгән казак ҡасаба мәктәбе уҡытыусыһы, 1916 й. — “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе мөғәллиме. 1917 й. май—июнендә Ырымбур крайы Мосолман казактарының үҙәк ком‑ты рәйесе урынбаҫары. 1918 й. Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы рәйесе. 1918 й. башлап РККА‑ның Көнсығыш фронты 1‑се армияһының 1‑се Айырым Волга буйы татар-башҡ. уҡсылар бригадаһы штабында хеҙмәт итә. 1920 — 21 йй. РКП(б)‑ның Орск өйәҙ ком‑тында эшләй. 20‑се йй. алып И.В.Сталин ис. Көнсығыш хеҙмәтсәндәре коммунистик ун‑тында уҡыта, ВКП(б) ҮК эргәһендәге “Нәшриәт” ойошмаһында, СССР халыҡтары үҙәк нәшриәтендә эшләй; 1934 й. алып СССР ФА‑ның Органик химия ин‑тында (бөтәһе лә — Мәскәү) дир. урынбаҫары, СССР ФА Алыҫ Көнсығыш филиалының (Владивосток ҡ.) ғилми секретары. 1937 й. башлап — СССР‑ҙың әҙәбиәт һәм нәшриәттәр б‑са баш идаралығында, 1941—43 йй. һәм 1953—56 йй. Мәскәү пр‑тиеларында эшләй. 1943 й. репрессиялана, 1955 й. аҡлана.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019