ДАВЫДОВ Гаврила
ДАВЫДОВ Гаврила (яҡынса 1737 й. – 12.7.1774, Ҡазан), Ырымбур губернаһының Бөгөлмә һәм Ставрополь ведомстволарына ҡараған дәүләт крәҫтиәндәренән Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход атаманы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, полковник). Боғорослан биҫтәһенең дәүләт крәҫтиәндәренән. 1768 й. Т.Иванов урынына депутат итеп һайлана. 1773 й. дек. Боғорослан биҫтәһендә баш күтәреүселәр отрядын төҙөй. Яңы Мәскәү юлында Боғорослан һәм Бөгөлмә биҫтәләре эргәһендә кенәз П.М.Голицын командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштар алып бара. 1774 й. апр. Ҡазан даруғаһында В.И.Торнов м‑н бергә Ишҡара Арыҫланов, Ҡәйеп Ейәнбәтов һәм Ҡыҙрас Муллаҡаев командалығындағы отрядтар тарафынан әсирлеккә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫ- тында була, халыҡ алдында ҡамсы м‑н һуҡтырыла. Ҡазан төрмәһендә үлтерелә. Императрица Екатерина II указы б‑са, үлгәндән һуң депутат званиеһынан мәхрүм ителә.
И.М.Васильев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина