Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАУЫТОВ Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы

Просмотров: 1277

ДАУЫТОВ Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы [15.4.1894, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе  Сермән а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 15.11.1937, Өфө], дәүләт эшмәкәре. 1917 й. дек. — 1918 й. окт. һәм 1919 й. июненән РКП(б) ағзаһы. 2 йыллыҡ уҡытыусылар курсын тамамлаған (1925). 1915—17 йй. һәм 1919 й. апр.—июнендә рус армияһында, прапорщик (1917). 1918 й. ғин.—авг. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Сермән дружинаһы ком., бер үк ваҡытта март—авг. Белорет дружинаһы штабы нач. һәм Белорет хәрби-революцион ком‑ты ағзаһы. 1919 й. нояб. — 1921 й. авг. һәм 1925—27 йй. Тамъян‑Ҡатай кантон башҡарма ком‑ты рәйесе. 1921 й. авг.—дек. АСБР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссары. 1922—25 йй. БАССР ҮБК Президиумы ағзаһы, секретары, бер үк ваҡытта 1922—23 йй. Йылайыр кантон башҡарма ком‑ты рәйесе. 1927 й. алып БАССР‑ҙың соц. тәьминәт, 1928 й. — игенселек б‑са халыҡ комиссары. 1930 й. башлап Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендә БАССР вәкиле. 1934 й. алып БАССР ХКС‑ы рәйесенең 1‑се урынбаҫары, БАССР Дәүләт планы ком‑ты президиумы рәйесе. СССР ҮБК‑ның 5—7‑се саҡырылыш ағзаһы. Советтарҙың 4—6‑сы Бөтә Союз һәм 13—16‑сы Бөтә Рәсәй съездары, 2—5‑се Бөтә башҡорт съездары делегаты. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. 1923—37 йй. Сермәндәге колхоз Д. исемен йөрөтә.

Әҙәб.: Агишева Г.И. “Подснежники” 37‑го //Возвращённые имена. Уфа, 1991.

С.Н.Мырҙаханова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019