Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТША ҺАРАЙЫ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

Просмотров: 838

БАТША ҺАРАЙЫ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә 12—18 бб. бөйөк кенәз, батша һәм батша ғаиләһе ағзалары ҡарамағында булған крәҫтиәндәр категорияһы. Натуралата йәки аҡсалата оброк түләгәндәр, һәр төрлө йөкләмәләр (рекрутлыҡ, ҡуна индереү, юл һ.б.) үтәгәндәр, дисәтинә йәки батшаның һөрөлгән ерен эшкәрткәндәр. 1753 й. алып Б.һ.к. күпселеге һәр ир‑аттан — 80 тин, 1758 — 62 йй. — 4 һум 30 тин, 1783 й. алып 3 һум күләмендә аҡса оброгы түләгән; 1724 й. башлап ш. уҡ һәр ир‑аттан 70 тин күләмендә йән башына һалым түләгән. Башҡортостанда Б.һ.к. 16 б. аҙ. — 17 б. башынан билдәле. Күскенсе Б.һ.к. (тәүҙә, нигеҙҙә, Ҡазан губернаһынан) Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк губерналарының ҡасаҡ крәҫтиәндәренән, Волга буйы һәм Урал буйының яһаҡлы кешеләренән (күбеһенсә мордва һәм суҡынған сыуаштарҙан), бобылдәрҙән, дәүләт крәҫтиәндәренән, монастырь крәҫтиәндәренән һәм алпауыт крәҫтиәндәренән формалашҡан. Б.һ.к. тәүгеләренә, нигеҙҙә, ҡалалар һәм ҡәлғәләр эргәһендәге дәүләт ерҙәре бирелгән; бер өлөшө аҫаба башҡорттар м‑н килешеү б‑са керҙәшлек нигеҙендә (ҡуртым хаҡын түләү, йөкләмәләр үтәү, һалымдарҙың бер өлөшөн түләү) башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә урынлашҡан, ш. уҡ шарттарҙа башҡорттарҙың аҫабалыҡ биләмәләрендәге һөрөлгән ерҙәрҙән, балыҡлы, урманлы ерҙәрҙән, бесәнлектәрҙән һ.б. ер бүлеме булған крәҫтиәндәр ҙә файҙаланған. Яңы урынға күскән ҡайһы берәүҙәр 5 йылға дәүләт һалымдарынан азат ителгән. Б.һ.к. иң тәүге торамалары Өфө өйәҙенең төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш һәм үҙәк төбәктәрендә барлыҡҡа килгән. Уҫы даруғаһында тәүге Б.һ.к. ауылдары 16 б. аҙ. Яңы Никольск биҫтәһе (1591 й. нигеҙ һалына; 1596 й. бында 46 йорт, 81 ир‑ат заты теркәлгән; ҡара: Уҫы) тирәләй үҫеп сыҡҡан. 17 б. башында Өфө тирәләй Б.һ.к. ауылдары хасил була: Яңы Слобода (ҡара: Богородский), Максим яңы ауылы (ҡара: Максимовка) һ.б. 17 б. 1-се ярт. Уҫы даруғаһында Б.һ.к. Юрмаш (хәҙ. Өфө р‑нының Урыҫ-Юрмаш а.), Баженов (Бөрө р‑ны), Ҡаракүл (Удмурт Республикаһындағы Ҡаракүл а.), Пьяный Бор (ТР-ҙағы Красный Бор а.) һ.б.; Ҡазан даруғаһындағы Архангельский (хәҙ. Бөрө ҡ.), Ҡыҙылъяр (Өфө р‑ны), Саллы (1626 й. нигеҙ һала; хәҙ. Яр Саллы ҡ.) ауылдарына нигеҙ һалына. Б.һ.к. натуралата (Өфөгә аҙыҡ-түлек тапшырып торғандар) йәки аҡсалата оброк түләгән, йөкләмәләрҙең ҡайһы бер төрҙәрен (рекрутлыҡ, ҡуна индереү, юл йөкләмәләрен башҡарған, Илек ятҡылығынан ҡаҙнаға тоҙ ташыған, ҡәлғәләр төҙөргә һәм йүнәтергә ебәрелгән һ.б.) үтәгән. 18 б. 60-сы йй. аҙ. Ырымбур губернаһындағы Б.һ.к. йән башына 70 тин һалым һәм 2 һум күләмендә аҡса оброгы түләгән. Б.һ.к. алынған аҡсалата һәм натуралата йыйымдар Ырымбур губернаһының идара итеү аппаратын, ҡалалары һәм ҡәлғәләренең хеҙмәтле кешеләрен ҡарауға тотонолған. 17 б. 80-се йй. дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) бер өлөшөнә икмәкләтә һәм аҡсалата түләнә торған хаҡ урынына Өфө өйәҙенең Б.һ.к. ауылдарындағы (Ҡаракүл м‑н Пьяный Бор аа. башҡа) крәҫтиән хужалыҡтары (3-тән артыҡ түгел) биреп ҡуйылған. 1647 й. Өфө өйәҙендә Б.һ.к. 20‑ләп ауылы теркәлгән, уларҙа 1,5 меңдән ашыу ир заты булған 433 хужалыҡ иҫәпкә алынған; 1724 й. Өфө провинцияһында — 3,5 мең самаһы ир заты йәшәгән 30 Б.һ.к. торағы, 1762 йылғы 3-сө ревизия мәғлүмәттәре б‑са — 5,8 меңләп ир‑ат булған 35 ауыл (төбәктең төньяҡ өлөшө крәҫтиәндәренән башҡа); 18 б. аҙ. Ырымбур губернаһында 7,7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән. 18 б. 20-се йй. Өфө провинцияһында Б.һ.к. 4 улусы теркәлгән: Бөрө улусы — 895 ир‑ат, Богородский улусы — 208, Дыуанай улусы — 512, Ҡаракүл улусы — 1857 ир‑ат. 1795 й. 5-се ревизия мәғлүмәттәре б‑са, Б.һ.к. төп өлөшө Бөрө өйәҙендә йәшәгән, унда 9,1 меңдән ашыу кешеһе булған 70 тораҡ иҫәпкә алынған. 17 б. 50-се йй. Б.һ.к. бер өлөшө Кама аръяғы сик һыҙығындағы Ерекле, Тейен, Яңы Шишмә ҡәлғәләренә урынлаштырылған һәм атлы казактар разрядына күсерелгән. 1797 й. удел крәҫтиәндәре тип үҙгәртелгән.

Р.Б.Шәйхисламов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019