Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ ҺАНЫНЫҢ ҒӘМӘЛИ ҮҘГӘРЕШЕ

Просмотров: 1311

ХАЛЫҠ ҺАНЫНЫҢ ҒӘМӘЛИ ҮҘГӘРЕШЕ, кешеләр быуынының өҙлөкһөҙ яңырыуын һәм алмашыныуын тәьмин иткән тыуым һәм үлем процестарының йыйылмаһы. Соц.-демографик процестарҙы өйрәнгәндә дөйөм тыуым һәм үлем коэф. айырмаһын күрһәткән дөйөм Х.һ.ғ.ү. коэф. ҡулланыла. Тыуым коэф. 1000 кешегә бер йыл эсендә тыуғандар һаны булараҡ, үлем коэф. 1000 кешегә бер йыл эсендә үлгәндәр һаны булараҡ билдәләнә. Йәш б-са халыҡ үлеме коэф. нигеҙендә кеше тыуғандан һуң тотош халыҡтың йәшәүгә һәләтлелеген сағылдырыусы көтөлгән ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе иҫәпләп сығарыла. Х.һ.ғ.ү. халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһына, тарихи ойошҡан ғаилә‑никах мөнәсәбәттәренә, урбанизацияға һ.б. бәйле.

19 б. дауамында Башҡортостан халҡының демографик структураһына юғары халыҡ тыуымы һәм үлеме хас була, йәғни традицияға нигеҙләнгән халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. 19 б. башы Ватан һуғышында (1812) ир-егеттәрҙе юғалтыу сәбәпле тыуымдың кәмеүе м-н билдәләнә. 1834 й. халыҡтың енес-йәш б-са структураһы сағыштырмаса тигеҙләнә һәм тыуым арта. 1859 й. тыуымдың бер аҙ кәмеүе һәм балалар үлеменең артыуы күҙәтелә. Иң күп балалар үлеме 5 йәшкә тиклем тура килә, ауыл биләмәләрендә ҡалалар м-н сағыштырғанда үлем юғарыраҡ була. Баш­ҡорттарҙа 1 йәшкә тиклем үлеүсәнлек 24,5%, 1 йәштән алып 5 йәшкә тиклем — 49% (Рәсәйҙең башҡа халыҡтарында — 76%-ҡа тиклем) тәшкил итә. 1816 й. 5 йәшкә тиклем 72% ир бала һәм 73,7% ҡыҙ бала йәшәй; ошоға ярашлы 1834 й. — 71,6% һәм 70,1%; 1859 й. — 65,5% һәм 62%; 1867 й. — 61,5% һәм 64,1%. Бөтә тыуған балаларҙың яртыһынан әҙерәге 15 йәшкә тиклем ғүмер итә. 19 б. уртаһында ауыр йәшәү шарттары, халыҡты мед. хеҙмәтләндереүе түбән булыуы арҡаһында 21—40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар үлеменең артыуы күҙәтелә; бала табыу йәшендәге һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ 40 йәшкә тиклем етмәй үлә. Башҡорттарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙайыу процесы ш. уҡ 19 б. 2-се ярт. күҙәтелә: 26—30 йәштә 100 ир-егеткә 106 ҡатын-ҡыҙ, 36—40 йәштә 100 ир-егеткә 65 ҡатын-ҡыҙ тура килә. 20 б. башына тиклем йәш б-са бер нисә төркөмдә ҡатын-ҡыҙҙар үлеме ир-егеттәрҙекенә ҡарағанда күберәк була; ошоға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо ир-егеттәрҙекенән түбән булыуы күҙәтелә. Эшкә яраҡлы йәштәге ир-егеттәр араһында үлем ҡалаларҙа юғарыраҡ, башҡорттар араһында түбәнерәк була. 1861 й.башлап 1913 й. тиклемге осорҙа Өфө губернаһында 1000 йәшәүсегә уртаса йыллыҡ тыуым 49,6 кеше, үлем 32,1 кеше тәшкил итә, был халыҡтың тәбиғи үҫешенә килтерә (17,5 кеше); Ырымбур губернаһында — ошоға ярашлы 58,2 һәм 40,0 һәм 18,2 кеше.

20 б. башында халыҡтың тәбиғи үҫеше түбән була. Совет власының тәүге йылдарында халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә, тыуым кимәленең һиҙелерлек артыуы үлемдең түбәнәйеүенә, халыҡтың тәбиғи үҫешен тиҙләтеүгә алып килә. Башҡортостанда иң юғары тыуым күрһәткесе (50‰-нән ашыу) 1926—36 йй. тура килә (ҡара: һүрәт). Юғары тәбиғи үҫеш темптарының һаҡланыуын билдәләгән сәбәптәр араһында Башҡортостанда ауыл халҡының күпселекте тәшкил итеүе (ҡара: Ҡала һәм ауыл халҡы) һәм төп халыҡтың ҙур ғаиләле булыу традицияһы мөһим урында тора. Традицион йәшәү рәүешенең тарҡалыуы, сәйәси репрессиялариндустриялаштырыуға бәйле урбанизация темптарының ҡапыл үҫеүе, ижт. производствола ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллек кимәленең артыуы һ.б. һөҙөмтәһендә 1940 й. тыуым 1926 й. кимәлдән өстән бер өлөшкә түбәнерәк була, әммә тәбиғи үҫеш юғары булып ҡала (13‰). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә (1944 й. 9,8‰ тәшкил иткән). Респ. халыҡтың тәбиғи үҫеш темптары 1950 й. СССР-ҙың уртаса күрһәткесе м-н сағыштырғанда 18%-ҡа, 1960 й. 43%-ҡа, РСФСР м-н сағыштырғанда ошоға ярашлы 20%-ҡа һәм 61%-ҡа юғарыраҡ була. 60-сы йй. уртаһында Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи үҫеш темптарының әкренәйеүе күҙәтелә. 70-се йй. уртаһына респ. тәбиғи үҫеш коэф. 1960 й. м-н сағыштырғанда 25,4‰-нән башлап 8,2‰-гә тиклем кәмей. Тыуым коэф. түбәнәйеүе 1973 й. тиклем дауам итә (16,0‰), һуңынан күпмелер стабилләшеү күҙәтелә һәм 1987 й. тиклем яйлап арта (21,0‰). Халыҡтың үлем коэф. үҙгәрешһеҙ тиерлек ҡала. Йәштәрҙең күпләп уҡыу йорттарына барыуы һәм шуға бәйле никахҡа инеү йәшенең артыуы, балалар ҡарау һәм тәрбиәләү сығымдарының үҫеүе һәм ҡайһы бер башҡа факторҙар күпселек ғаиләләр араһында аҙ балалылыҡ таралыуға булышлыҡ итә. 1945 й. алып үлем коэф. стабиллеге һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеүенә һәм халыҡтың тормош хәле, мәҙәни һәм санитар тормош шарттары кимәленең күтәрелеүенә килтерә. 80-се йй. уртаһында һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа тыуған балаларҙың балалары бала табыу йәшенә етеүгә бәйле тыуым ҡапыл артып китә. 80-се йй. аҙ. Х.һ.ғ.ү.

кире тенденциялар үҫешә башлай. 90-сы йй. Башҡортостанда, ш. уҡ РФ-та демографик хәл насарлана. 1993 й. башлап халыҡтың тәбиғи үҫеше уның кәмеүе м-н алмашына, был Б.В. һуғышы йылдарында тыуымдың түбән булыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән иҡт. көрсөктөң һәм “демографик тулҡындың” тап килеүенә бәйле була. 1941—45 йй. тыуған аҙ һанлы быуын 60-сы йй. аҙ., уларҙың балалары 90-сы йй. башында бала табыу йәшенә етә. “Беренсе демографик һуғыш шаңдауы” 60-сы йй. 2-се ярт., “икенсе шаңдауы” 90-сы йй. башында тыуым кәмеүенең сәбәбе булып тора. Халыҡтың белем һәм профессиональ кимәле үҫеүенә, миграция процестарына, бала табыу йәшенең күтәрелеүенә, никахлылыҡтың түбәнәйеүенә, бала табыуҙан баш тартыуға һ.б. бәйле тыуым кәмей. Тыуымдың түбәнәйеү сәбәптәре араһына ш. уҡ халыҡтың йәшәү кимәле насарайыуын, эшһеҙлекте һ.б. соц.-иҡт. факторҙарҙы индерергә була, был шарттар күпселек йәш ғаиләгә бала табыуҙы киләсәккә күсерергә мәжбүр итә. Тыуым кимәленең кәмеүе һөҙөмтәһендә дөйөм халыҡ һанындағы оло кешеләрҙең өлөшө артыу сәбәпле үлем коэф. күтәрелә. Халыҡтың үлеме үҫеү сәбәптәренә ш. уҡ экологик хәлдең һәм мед. хеҙмәтләндереүенең насарайыуы ҡарай. Үлемдең төп сәбәптәре булып ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, һәләкәттәр, ағыуланыуҙар һәм травмалар, шештәр тора. Ир-егеттәрҙең күпләп үлеүе ҡатын- ҡыҙҙарҙың артыуына килтерә, һөҙөмтәлә халыҡтың тәбиғи артыуы һәм хеҙмәт ресурстары боҙола, тулы булмаған ғаиләләр һаны күбәйә, уларҙың тормош хәленә, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә кире тәьҫир итә. 90-сы йй. уртаһынан сабыйҙарҙың үлеме кәмеү тенденцияһы күҙәтелә, 21 б. башынан халыҡтың йәшәү кимәлен һәм шарттарын яҡшыртыу, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан күп балалы һәм йәш ғаиләләргә матди ярҙам итеүгә йүнәлтелгән күп кенә саралар ҡабул итеү сәбәпле бер аҙ тыуым арта.

Уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡыҫҡара, был бигерәк тә ир-егеттәргә ҡағыла. Халыҡтың иң юғары ғүмер оҙонлоғона (70,53 йәш) 1989—90 йй. өлгәшелә; 2004 й. 66,26 йәш тәшкил итә; ир-егеттәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо — 59,92 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы — 73,16 йәш. 2016 й. көтөлгән ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе РФ б-са 71,9 йәш, ш. иҫ. ҡала халҡы — 72,4, ауыл — 70,5; БР б-са — 71,0, ҡала — 71,8, ауыл халҡы б-са 69,5 йәш тәшкил итә. Был күрһәткес б-са 2016 й. Башҡортостан РФ субъекттары араһында 40-сы урын, Волга буйы федераль округында 8-се урын биләй.

Башҡортостанға 30 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар тапҡан балаларҙың күп булыуы хас. 1970 й. был күрһәткес 57,5%, 2004 й. 74,6% тәшкил итә. Тыуымдың иң юғары кимәле башҡорттарға, иң түбән кимәле урыҫтарға тура килә. Бала табыу йәшендәге татар һәм урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан байтаҡҡа күберәк булһа ла, 2000 й. тыуған балаларҙың 27,9%-ын башҡорт, 26,2%-ын татар һәм 31,6%-ын урыҫ ҡатын-ҡыҙҙары таба. Башҡорттар күпләп йәшәгән Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла, Әбйәлил р-ндарында, Баймаҡ, Учалы ҡҡ. тыуым респ. кимәленән юғарыраҡ, халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡлана. Ыңғай динамика башҡорттарҙың күп балалылыҡ тра­дицияларын һаҡлап ҡалыуға, ш. уҡ халыҡтың күпселеге ауыл ерендә йәшәүенә бәйле. Халыҡтың тәбиғи үҫеше ш. уҡ Ағиҙел,Дүртөйлө,Межгорье һәм Нефтекама ҡҡ. һаҡлана, унда күбеһенсә йәш төркөмдәр йәшәй.

Респ. б-са демографик күрһәткестәр РФ-тың һәм Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре м-н сағыштырғанда юғарыраҡ. 2005 й. тыуым б-са БР (10,8‰) Волга буйы федераль округында Пермь крайынан (10,9‰) һәм Удмуртиянан (11,1‰) һуң 3-сө урынды биләй. БР-ҙа дөйөм үлем коэф. 14,2‰ тәшкил итә, РФ-тағы (16,1‰) һәм Волга буйы федераль округындағы (16,7‰) күрһәткестәрҙән түбәнерәк була.

2010 й.тыуымдың күтәрелеүе 29 йәшкә тиклемге (70-се йй. аҙ. һәм 80-се йй. тыуған) ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артыуына бәйле була. Респ. 2017 й. 49315 бала тыуа, 50387 кеше үлә, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 1072 кеше тәшкил итә. Дөйөм тыуым коэф. 1000 кешегә иҫәпләгәндә — 12,1, үлем коэф. 12,4 була. Рәсәйҙә һәм БР-ҙа тыуым процесының дөйөм тенденцияһы булып ҡатын-ҡыҙҙар әсә булған йәштең артыуы тора. Беренсе бала тыуғанда әсәләрҙең уртаса йәше 2017 й. 25,8 йәш (1990 й. — 23,1), икенсе бала — 29,4 (1990 й. — 26,8), өсөнсө бала тыуғанда 32,5 йәш (1990 й. — 30,4) тәшкил итә. Үткән ун йыллыҡтарҙа иң әһәмиәтле сағыштырма ауырлыҡ 20 — 24 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың балалары тыуыуына тура килә. 2010 й. алып алғы позиция 25 — 29 йәш төркөмөнә күсә. Никахһыҙ тыуған балалар өлөшө бер аҙ кәмеһә лә, юғары булып ҡала, 2017 й. эсендә теркәлгән никахтан тыш 17,3% бала донъяға килә. 2017 й. структур үлем бүленешенең бөтә төп параметрҙары һаҡлана: ауыл халҡы араһында үлем кимәле юғарыраҡ, ир-егеттәр үлеме ҡатын-ҡыҙҙар үлеме кимәленән артығыраҡ. Ныҡ таралған үлем сәбәптәре араһында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (41,1%), шештәр (14,6%) ҡала.

Ә.М.Ғәниев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.02.2020