Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЛИКОЗИДТАР

Просмотров: 1296

ГЛИКОЗИДТАР, молекулалары углеводлы (гликозид) һәм углеводһыҙ (агликон) фрагменттарҙан торған органик берләшмәләр. Моно‑ йәки олигосахаридтарҙың циклик формала‑рының спирттар (фенолдар), тиолдар (ҡара: Меркаптандар) һәм аминдар м‑н конденсирланған продукттары булып тора; ярашлы рәүештә O‑, S‑, N‑Г. айыралар. Агликондың структураһы б‑са антраценлы (антрагликозидтар), феноллы (фенилгликозидтар), стероидлы (сапониндар, йөрәк Г.) һәм флавонлы (ҡара: Флавоноидтар); гликозид фрагментының тәбиғәте б‑са — моно‑ (пента‑ нозидтар — арабино‑, ксило‑, рибо‑ зидтар һ.б.; гексанозидтар — глюко‑, галактозидтар һ.б.; септанозидтар), би‑ (мальто‑, лактозидтар), три‑ һәм олигозидтар; гликозид үҙәгенең конфигурацияһы б‑са α‑ һәм β‑ Г. бүленә. Г. гликоалкалоидтар, иридоидтар, ҡайһы бер үҫемлек ароматик берләшмәләре (антоцианиндар, кумариндар, сапониндар, гидролизланыусан танниндар) һ.б. кластар берләшмәләре матдәләре ҡарай. Күбеһе — төҫһөҙ йәки төҫлө, әсе тәмле кристаллик матдәләр. Һыуҙа һәм спиртта эреүсән, органик эреткестәрҙә эремәйҙәр; к‑та, һелте йәки ферменттар тәьҫиренән составындағы фрагменттарға тарҡала. Структура формаларының төрлөлөгөнән Г. фармакологик тәьҫирҙәре витаминдар (К һәм Р), адаптоген, үт бүлеп сығарыу, иммунитетҡа стимул биреүсе, спазмолитик, шешеүгә ҡаршы, микробтарға ҡаршы, гепатопротектор, кардиотоник саралар булараҡ билдәләнә. БР‑ҙың флораһы Г. үҫемлектәргә бай: ҡан ҡыҙыл энәлек, ҡош ҡымыҙлығы (флавоноидтар), зәңгәр фаягөл, баҫыу ҡырҡбыуыны (сапониндар), ҡандала үләне (кумариндар), эт муйылы (антрагликозидтар), эре сәскәле уймаҡ сәскә, ынйы сәскә (йөрәк Г.), ш. уҡ һары һәм Апеннин умырзаяһы, ябай тешүлән, европа тайтояғы, айыу һыйырғолағы, етенүлән, кикрекле тилсә уты һ.б. Уларҙың фармакологик үҙенсәлектәрен өйрәнеү 20 б. 50‑се йй. башлап Медицина университетында (Ф.С.Зарудий, С.Ғ.Кәримова, Д.Н. Лазарева, И.А.Лерман, С.С. Мәҡсүтова, Х.М.Насиров, Р.М. Сәйфуллина, Б.Х.Әхмәтова һ.б.) алып барыла. 80‑се йй. алып Органик химия институты ғалимдары (Л.Ә.Балтина, Г.А.Толстиков һ.б.) мн берлектәтатлы тамыр, 90сы йй. уртаһынан урал татлы тамырының тритерпен сапониндары өйрәнелә, глицирризин ктаһы һәм уның нигеҙендә шешеүгәһәм вирусҡа ҡаршы ниглизин препаратын алыу ысулдары табылған. Өфө витамин здында энәлектең, бесәй үләненең һәм арыҫлан ҡойроғоноң Г. төнәтмәләрен сығарыу үҙләштерелгән.

Әҙәб.: К у ч е р о в Е.В., Л а з а р е в а Д.Н. Целебные растения и их применение. Уфа, 1993.

Х.М.Насиров, Т.И.Плеханова Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: