Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЛИЦЕРИН

Просмотров: 1140

ГЛИЦЕРИН (гр. glykeros — тәмле),1,2,3‑триоксипропан, пропантриол-1,2,3, HOCH2CH(OH)‑CH2OH, өсатомлы спирт. Хайуан һәм үҫемлек майҙары составына инә; Г. сығарылмалары (моно‑, ди‑ һәм триглицеридтар) төрлө биол. процестарҙа ҡатнаша (ҡара: Липидтар). Төҫһөҙ, еҫһеҙ, татлы, сироп һымаҡ шыйыҡлыҡ; tиреү 17,9°С, tҡайнау 290°C, тығыҙлығы1260 кг/м3 (25°С булғанда). Һыу, ацетон, метил һәм этил спирттары м‑н еңел ҡатнаша; спирттыңэфир йәки хлороформ м‑н ҡатышмаһындаэрей; бензинда, бензолда эремәй. Һелтеләр, ауыр металдарҙың оксидтары м‑н — глицераттар, галоген‑водородтарһәм фосфор галогенидтары м‑н — галоген гидриндар, к‑талар м‑н — ҡатмарлы эфирҙар, альдегидтар һәм кетондар м‑н ярашлыциклик ацеталдәр һәм кеталдәр ҡатнашмаһы барлыҡҡа килтерә. Сәнәғәттә Г. аҙыҡ майҙарын һабынлау, ди‑ һәм полисахаридтарҙы гидролизлау ысулы м‑н, аллилхлоридтан (хлорлы ысул), аллил спиртынан (хлорһыҙ ысул) һ.б. алалар. Алкид ыҫмалалары, полиуретандар, дарыу препараттары, антифриздар, эмульгаторҙар сығарғанда, парфюмериякосметика сәнәғәтендә, ш. уҡсәнәғәттең аҙыҡ, тәмәке һ.б. тармаҡтарында файҙаланалар. Башҡортостанда 1972 й. Стәрлетамаҡ химияздында (ҡара: “Каустик”) илдә берҙән‑берсинтетик Г. етештереү (ҡеүәте— йылына 20 мең т) үҙләштерелгән. Технологик схема пропиленды юғары температурала (490—525°С) һ.м 0,15—,18 Мпа баҫымда аллил‑хлорид алып хлорлау, аҙаҡтан уны α‑ һәм β‑хлоргидриндар ҡатышмаһынатиклем гипохлорлауҙы; алынған хлор‑гидриндарҙы эпихлоргидринға тиклемде гидрохлорлауҙы (ҡара: Эпоксид ыҫмалалары), һуңғыһын һелтеэретмәһендә гидролизлауҙы үҙ эсенәала. БР‑ҙа нитроглицерин алыу өсөн (ҡара: Нитратлаштырыу), полимерматериалдарҙың пластификаторҙары һәм стабилизаторҙары сифатында, үтәтаҙа Г. медицинала һәм ғилми‑тикшеренеү эштәрендә файҙаланыла. РФ (Түб. Кама, С.‑Петербург ҡҡ. һ.б.) һәм алыҫ сит ил (Германия, Финляндия) пр‑тиеларына оҙатылған. 2011 й. Г. сығарыу туҡтатылған.

Әҙәб.: И м а ш е в У.Б. Промышленная органическая химия на предприятиях Республики Башкортостан. Уфа, 2000; Глицерин. Методы получения, промышленное производство и области применения. М., 2001.

И.Н.Сираева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: