Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУДРОН

Просмотров: 1047

ГУДРОН (фр. goudron), нефттән бензин, кәрәсин, дизель фракцияларын һәм май фракцияһының байтаҡ өлөшөн ҡыуҙырғандан һуң ҡалған ыҫмала рәүешендәге ҡара масса. Төп компоненттары: углеводородтар, нефть ыҫмалалары, асфальтендар һәм ш. уҡ нефттә булған металдар. Тығыҙлығы 960—1050 кг/м3, һыуҙа эремәй, бензинда эрей. Тәүге сеймалдың составына, дистиллят фракцияларҙың ҡыуҙырылыу дәрәжәһенә ҡарап Г. сығышы 10—45% тәшкил итә. Битумдар, гидроизоляция һәм түбә материалдары, ҡаҙан яғыулыҡтары, нефть коксы һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостандың бөтә НЭЗ‑дарында ла термик крекинг, висбрекинг, әкренләп кокслаштырыу, ш. уҡ углеводород эреткестәр м-н асфальтһыҙлаштырыу һ.б. ҡулланылған Г. эшкәртеү производство комплекстары эшләй. Респ. табыллған нефттәрҙән Г. сығышы 40% һәм унан да юғарыраҡ (мәҫ., Арлан нефть ятҡылығынефтенән 35—43% сыға, Туймазы нефть ятҡылығыныҡынан — 27—33%). Алынған Г. тығыҙлығы 990—1020 кг/м3, ҡатырылыу т‑раһы 25—50°С, ыҫмалаларҙың дөйөм массаһы 25—40%, асфальтендарҙыҡы – 7—12%, минераль составындағы май компоненттарыныҡы – 45—65%, көкөрттөкө — 2,5—4,4%, металдарҙыҡы — 0,05% һәм унан да юғарыраҡ (Арлан нефтендә ванадий миҡдары 0,04%, никель – 0,015%).

Әҙәб.: Сергиенко С.Р., Таимова Б.А., Талалаев Е.И. Высокомолекулярные неуглеводородные соединения нефти. М., 1979; Левинтер М.Е., Ахметов С.А. Глубокая переработка нефти. М., 1992.

Ә.Ф.Ишкилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: