Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУТТАПЕРЧА

Просмотров: 1139

ГУТТАПЕРЧА (ингл. Guttapercha), 1,4‑транс‑полиизопрен, һыҙыҡлы гомосылбырлы полимер; тәбиғи каучуктың изомеры. Тәбиғи (ҡарама япраҡлы эвкоммия ағасы һәм сөйәлле зелпе латексының коагуляцияһы продукты) һәм синтетик Г. була. Синтетик Г. төҙөлөшө һәм кристаллығының бик даими булмауы, мол. м. ҙурыраҡ һәм структураһының тармаҡлы булыуы м‑н айырыла; кристаллик рәшәткәһенең төҙөлөшө һәм иреү т‑раһы м‑н айырылған төрлө формаларҙа булырға мөмкин. Г. ароматик углеводородтарҙа, көкөртлө углеродта, хлороформда яҡшы эрей; термо һығылмалы, юғары диэлектрик һәм йылылыҡ физикаһы үҙенсәлектәренә эйә; һыу, май, кислота һәм һелтеләргә сыҙамлы, төрлө материалдарға адгезияһы яҡшы; күп тапҡыр эшкәртелергә һәм вулканизацияланырға мөмкин. Синтетик Г. изопренды ионлы‑координациялап полимерлашыу юлы м‑н табалар. Башҡортостанда 20 б. 70—90‑сы йй. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында илдә берҙән‑бер синтетик Г. производствоһы эшләй. Химия ин‑ты (В.Г.Козлов, Э.А.Литовская, В.Г.Марцина, Ю.Б.Монаков, И.Р.Муллағәлиев, С.Р.Рафиҡов, Г.А. Толстиков), БДУ (К.С.Минскер) ғалимдары һәм Стәрлетамаҡ нефтехи‑ мия тәж.‑сәнәғәт з‑дының хеҙм‑рҙәре (А.Г.Васильев, И.Р.Долидзе, Б.И.Пантух, В.А.Розенцвет, Г.И.Рутман) тарафынан полимерлашыуҙың ката‑ литик системалары һәм технологик схемалары уйлап табыла; 1984 й. был эш Ленин комсомолы пр. лайыҡ була. 90‑сы йй. аҙ. тиклем синтетик Г. Белоруссия пр‑тиеларына ебәрелә. Синтетик Г. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында һыу аҫты һәм ер аҫты кабелдәрен, ҡайыштарҙы, транспортёр таҫмаларын, ҡағыҙ, кейеҙ һәм туҡымаларҙың аппретирланған сорттарын сығарыу өсөн файҙаланылған төрлө композицияларҙың нигеҙе булып тора; аяҡ кейеме сәнәғәтендә, травматологияла (протез, корсеттар яһау), ш. уҡ спорт кәрәк‑яраҡтары сығарыуҙа киң ҡулланыла.

 

Ю.Б.Монаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: