Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1305

АСФАЛЬТҺЫҘЛАШТЫРЫУ, файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн юғары т‑рала ҡайнаусы нефть продукттарынан асфальтлы-ыҫмалалы матдәләрҙе айырып сығарыу. Процесс 80—150°С т‑рала, 3—4 МПа баҫым аҫтында сеймал м‑н эретеүсе углеводородтарҙың (пропан, бутан, пропан‑бутан, бутан‑пентан ҡатышмалары, бензин) ҡапма‑ҡаршы йүнәлешле ағымын тәьмин итеүсе экстракция колонналарында алып барыла. Тейешле эреткесте һайлау юлы м‑н А. процесында барлыҡҡа килгән продукттарҙың — деасфальтизаттың (таҙартыу үткәргәндән һуң каталитик крекинг һәм төп ҡалдыҡ майҙарын етештереү өсөн сеймал) һәм асфальтиттың (битум етештереүҙә ҡулланылған күп цикллы ароматик углеводородтар, ыҫмалалар һәм асфальтендарҙың концентраты) — үҙлелеген, коксланыу һ.б. үҙенсәлектәрен көйләргә мөмкин. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. уртаһы — 60‑сы йй. башынан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑нда гудронды пропан ярҙамында А. 5 ҡулайламаһы эшләй: уларҙың эш ҡеүәте йылына 240 (4 ҡулайлама) һәм 300 (1 ҡулайлама) мең т; 90‑сы йй. башында гудронды пропан‑бутан ҡатнашмаһы м‑н А. процесы үҙләштерелә. 60—70‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда А. теоретик нигеҙҙәрен эшләү, камиллаштырыу һәм энергия һаҡлаусы технологиялар уйлап табыу (Д.О.Гольдберг, Ф.Х.Маликов, Ф.М.Солтанов, И.Р.Хәйрудинов, А.С.Эйгенсон) һәм респ. НЭЗ‑дарында уларҙы етештереүгә индереү (И.Х.Ғайсин, С.С.Миңгәрәев, Р.Ғ.Ниғмәтуллин, Н.Р.Сәйфуллин, Г.Г.Хәмитов) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Гудронды бензин ярҙамында А. (добен процесы) апробацияһы Өфө аҙ күләмле нефтехимия производстволарының тәжрибә заводында, Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: Ишембай махсуслаштырылған химия катализаторҙары заводы) һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ында сәнәғәттә тәжрибә рәүешендә үткәрелгән.

Әҙәб.: Гольдберг Д.О., Соболев Б.А. Деасфальтизация пропаном. М., 1965; Золотарёв П.А., Ольков П.Л., Горелов Ю.С. Проектирование установок деасфальтизации. Уфа, 1982; Хайрудинов И.Р., Евдокимова Н.Г., Измайлов Р.Б. Технология процессов деасфальтизации нефтяных остатков. Уфа, 1995.

И.Р.Хәйрудинов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: