Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ

Просмотров: 1260

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ, ҡыҫыуҙан ялҡынланыусы эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған шыйыҡ нефть дистилляты. Тоҡаныу т‑раһы 30—90°С, ҡатыу т‑раһы −55°С алып 10°С тиклем, ҡайнау т‑раһы сиктәре 180—420°С, тығыҙлығы 830—930 кг/м3, парға әйләнә, еңел тоҡана (фракциялары составы м‑н билдәләнә), коррозия активлығы (яғыулыҡтағы кислород‑ һәм көкөрторганик берләшмәләр миҡдарына бәйле) һәм цетан һаны (45—60) хас. Ҡатыу т‑раһы б‑са йәйге (Л маркалы; tҡатыу −10°С тиклем), ҡышҡы (З; tҡатыу −35°С тиклем) һәм арктик (А; tҡатыу −55°С тиклем) Д.я. айырыла; көкөрт миҡдары б‑са — көкөртлө (массаһы б‑са 0,5%‑тан артмай), аҙ көкөртлө (0,2%‑тан артмай) һәм экологик (массаһы б‑са көкөрт — 0,05%‑тан һәм полициклик ароматик углеводородтар 20%‑тан кәмерәк) Д.я.; тәғәйенләнеше б‑са тиҙ һәм яй йөрөшлө дизелдәр өсөн Д.я. бүлеп йөрөтөлә. Башҡортостанда Д.я. бөтә төрҙәре сығарыла. Ҡыуылған нефтте артабан гидротаҙартып (ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу) һәм парафинһыҙлаштырып алына; Д.я. ҡайһы бер сорттарына каталитик крекинг ысулы м‑н алынған һәм гидротаҙартыу үткән газойль фракциялары өҫтәлә (20%‑ҡа тиклем). Файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн Д.я. составына коррозияға ҡаршы, башлап ебәргес, төтөнгә ҡаршы һ.б. присадкалар ҡушыла. 20 б. 30‑сы йй. Ишембай нефть ҡыуыу з‑дында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) һәм Өфө крекинг заводында (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) Д.я. нефтте тура ҡыуыу юлы м‑н сығарыу үҙләштерелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Д.я. башлыса ошо пр‑тиеларҙа етештерелә. 50‑се йй. яңы нефть эшкәртеү з‑дтары (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы) һәм 18‑се комбинат (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) файҙаланыуға индерелгәндән һуң Д.я. сығарыу күләме һиҙелерлек арта; Д.я. республикала сығарылған нефть продукттары араһында ҡаҙанлыҡ яғыулығынан һуң 2‑се урынды биләй. Был пр‑тиеларҙа Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығында илдә тәүге тапҡыр юғары көкөртлө нефттән Д.я. алыу технологияһы үҙләштерелә. 70‑се йй. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө нефть эшкәртеү з‑дында (ҡара: “Уфанефтехим”) вакуум газойлен гидрокрекинг ысулы м‑н аҙ көкөртлө Д.я. етештерелә. Д.я. сығарыу күләме 1990 й. – яҡынса 13,8 млн т (ш. иҫ. ҡышҡы — 2,6 мең т, арктик — яҡынса 120 мең т), 2002 й. — 8,9 млн ашыу (ш. иҫ. ҡышҡы — 626 мең т, арктик — 13,1 мең т), 2004 й. 9,3 млн т тәшкил итә. Д.я. БР‑ға, РФ‑тың башҡа төбәктәренә, яҡын (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) һәм алыҫ сит илгә (Финляндия) оҙатыла.

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: