ДИФЕНИЛОЛПРОПАН
ДИФЕНИЛОЛПРОПАН, 4,4‑диоксифенилдиметилметан, бисфенол А, диан, (C6H4OH)2С(СН3)2. Төҫһөҙ кристалл матдә; tиреү 156—157°С, tҡайнау 250—252°С (1,7 кПа түбән баҫым аҫтында). Ацетонда, бензолда, спиртта, хлороформда, бер аҙ углеводородтарҙа һәм һыуҙа эрей. Тирене, тын юлдары һәм күҙҙең лайлалы тиресәһен ҡуҙғыта (ПДК 5 мг/м3). Башҡортостанда 1987 й. “Химпром” ПБ‑нда (ҡара: “Уфахимпром”) көкөрт к‑таһы ҡатнашлығында фенолды ацетон м‑н конденсациялау юлы аша Д. күп тонналап етештереү үҙләштерелә. Продукт А, Б һәм В тауар маркалары аҫтында сыға; 2004 й. алып Д. Өфө нефть эшкәртеү заводында етештерелә. Англия, Германия, Италия, Ҡытай, Финляндия һәм Францияға ебәрелә; Д. бер өлөшө төрлө эпоксид ыҫмалалары маркаларын һәм уларҙың композицияларын, гербицидтар алыу өсөн файҙаланыла.
Ғ.Ғ.Бикбаева
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов