Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИХЛОРЭТАН

Просмотров: 1069

ДИХЛОРЭТАН, 1,2‑дихлорэтан, этилендихлорид, ClCH2—CH2, туйындырылған галоген‑углеводород. Тығыҙлығы 1253 кг/м3, tиреү−35,3°С, tҡайнау 83,4°С булған төҫһөҙ шыйыҡса. Органик эреткестәрҙә — яҡшы, һыуҙа насар (0,87%) эрей; наркотик тәьҫиргә эйә, һауала ПДК‑һы 1 мг/м3 тәшкил итә. Хлор м‑н трихлорэтан, аммиак м‑н этилендиамин, һелтеләрҙең һыулы һәм һыу‑спиртлы эретмәләре м‑н винилхлорид һ.б. балыҡҡа килтерә. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) 50—100°С т‑рала шыйыҡ фазала этиленды хлорлау ярҙамында (катализатор — хлорлы тимер) Д. етештерелә башлай. 90‑сы йй. уртаһынан алып Д. (ҡеүәте — йылына 120 мең т) этиленды хлорлап окисландырғанда хлороводородты һәм кислородты 210—260°С т‑рала пар фазаһында бер юлы тәьҫир иттереп (катализатор — баҡыр хлориды) алалар. Ректификацияланғандан һуң продукт таҙалығы 99,99% тәшкил итә. Винилхлорид, этилендиамин, полиэтиленполиаминдар, тиоколдар (ҡара: Полисульфидтар), метилхлороформ, тетрахлорэтилендар етештереүҙә — сеймал, елем һәм буяуҙар һ.б. етештереүҙә эреткес итеп ҡулланалар. РФ пр‑тиеларына (Түб. Тагил, Саянск ҡҡ.) оҙатыла, 1998 й. тиклем Финляндияға экспортлана.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: