Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУШ ЕҪЛЕ МАТДӘЛӘР

Просмотров: 991

ХУШ ЕҪЛЕ МАТДӘЛӘР, парфюмерия һәм косметика изделиеларын, ҡайһы бер аҙыҡ продукттарын һәм көнкүреш химияһы тауарҙарын етештереүҙә ҡулланылған хуш еҫле органик берләшмәләр. Тәбиғи (үҫемлектәрҙән алынған – эфир майҙары, хуш еҫле ыҫмалалар, бәлзәм һ.б.; хайуандарҙан алынған – ғәмбәр, мускон һ.б.) һәм синтетик (дәрсен спирты, неролин, этилсалицилат һ.б.) Х.е.м. айырыла. Химик составы б‑са башлыса ҡатмарлы эфирҙарға (бензил‑ һәм терпинилацетаттар), альдегидтарға (әнис һәм дәрсен альдегиды, френаль), спирттарға (бензил һәм дәрсен спирты, гераниол, линалоол, ментол), кетондарға (β‑метилнафтилкетон, карвон) инә. Сәнәғәт өсөн әһәмиәтле Х.е.м. (500‑ҙән ашыу төр) күпселеге химик яҡтан тотороҡло, осоусан, эреүсән. Башҡортостанда Х.е.м. гигиена һәм парфюмерия саралары етештереү өсөн парфюмерия композициялары составында ҡулланыла (“Чародейка” ААЙ, “Авангард” пр‑тиеһы), синтетик йыуыу саралары составында хуш еҫ биреү өсөн (“Сода” ААЙ) файҙаланыла. Х.е.м. нефтехимия синтезы продукттары нигеҙендә алыу ысулдарын уйлап табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты), ӨНИ‑лә, 90‑сы йй. башында Теүәл органик синтез ҒТИ‑нда алып барыла. Ҡайһы бер Х.е.м. (дәрсен, γ‑фенилпропил һәм β‑фенилэтил спирттары, алкилсалицилат, β‑фенилацетат, һыҙыҡлы һәм циклик ацеталдәр) ӨНИ эргәһендәге “Уфареактив” аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары эксперименталь‑тәж. з‑дында, Тәжрибә заводында һәм Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑ның тәж. производствоһында (Өфө) сығарыла. 70‑се йй. аҙ. НИИнефтехимда парфюмерия майҙары компоненттарын гидрирлауҙа ҡулланылған ГМ‑3 катализаторы эшләнгән һәм 80‑се йй. уртаһында Өфө НЭЗ‑ында производствоға индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Парфюмерия‑косметика сәнәғәте.

Әҙәб.: Скурко М.Р., Злотский С.С., Рахманкулов Д.Л. Перспективные материалы для бытовой химии. М., 1990; Братус И.Н. Химия душистых веществ. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1992.

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: