Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Айытбай Әхмәт улы

Просмотров: 1048

ҒҮМӘРОВ Айытбай Әхмәт улы (26.11.1942, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Сындәүләт а.), хирург. Мед. ф. д-ры (1987), проф. (1987). РФ-тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың (2002) һәм БССР-ҙың (1991) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1973 й. тиклем Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләй (1972 й. алып бүлек мөдире). 1976 й. алып БДМУ-ла (1989 й. башлап балалар хирургияһы, ортопедияһы һәм анестезиологияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре балалар ауырыуҙарын диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. Ғ. етәкс. балаларҙа тыумыштан пилоростеноз булғанда лапароскопик операциялар яһау, бөйөрҙө күсереп ултыртыу, талаҡты лапароскопик алып ташлау һәм перитонитты дауалау методикалары эшләнгән һәм дауалау практикаһына индерелгән. 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 18 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н балалар хирургияһы үҙәге етәксеһе (1989 й. алып), БР‑ҙың Балалар хирургтары ассоциацияһы президенты (1991 й. алып).

Х е ҙ м.: Клиника, диагностика, особенности хирургического лечения, осложнения кист и  доброкачественных опухолей яичников у девочек. Уфа, 1997 (авторҙ.); Врождённые диафрагмальные грыжи у детей. 2-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2000 (авторҙ.); Мениски коленного сустава: морфология, современные методы диагностики их повреждений. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: