Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТОВ Эдуард Ғазали улы

Просмотров: 1258

ДӘҮЛӘТОВ Эдуард Ғазали улы (24.4.1947, Өфө — 10.12.1998, шунда уҡ), биохимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БДМИ‑ны (1971), БДУ‑ны (1979) тамамлаған. 1974 й. алып БДМИ-ла эшләй: 1995 й. башлап биоорганик һәм клиник химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1993—97 йй. дөйөм табиблыҡ ф‑ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге бешеүҙән һуң барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙың патохимияһын өйрәнеүгә арналған. Д. ешкәндә күҙәнәктәрҙең гормондар тәьҫиренә һиҙеүсәнлеге түбәнәйеүенең молекуляр механизмдарын билдәләй һәм метаболик боҙолоуҙарҙы коррекциялау алымдарын эшләй; гербицидтар, диоксиндар һ.б. экотоксиканттар тәьҫирендә организмда ауырыу барлыҡҡа килгәнгә тиклемге үҙгәрештәрҙе тикшерә. Д. ефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте үҫешкән ҡалаларҙа халыҡ һаулығы өсөн экологик хәүефте баһалауҙың биохимик критерийҙарын эшләй. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гликозаминогликаны в механизмах адаптации организма. Уфа, 1996 (авторҙ.); Биохимия гормонов и механизмы гормональной регуляции обмена веществ. Уфа, 1998 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0