Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛКОНСКИЙ Григорий Семёнович

Просмотров: 1426

ВОЛКОНСКИЙ Григорий Семёнович (25.1.1742 — 17.6.1824, Санкт‑Петербург ҡ.), кенәз, дәүләт эшмәкәре. Генерал‑аншеф (1794), кавалериянан генерал (1803). 1768—74 йй. һәм 1787—91 йй. рус‑төрөк һуғыштарында, 1768—72 йй. Речь Посполитаяла Бар конфедерацияһын юҡ итеүҙә һәм Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1756 й. алып рус армияһында. 1768—73 йй. Себер карабинерҙар полкы командиры. 1787 й. алып 1‑се дивизия, 1791 й. — корпус, 1795—96 йй. 2‑се дивизия командиры. 1803 й. июлендә — 1817 й. декабрендә Ырымбур хәрби губернаторы. Ырымбур сик һыҙығын нығытыуға, сик һыҙығының хеҙмәтле халҡының ер биләмәләрен киңәйтеүгә булышлыҡ итә. 1804—05 йй. сик һыҙығына күсерелгән Урал казактары сыуалыштарын баҫтыра. Ватан һуғышы (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтары (1813—14) осоронда Ырымбур казак ғәскәре һәм Урал казак ғәскәре полктарын, башҡорт полктарын, мишәр полктарын һәм типтәр полктарын мобилизациялау, тәьмин итеү һәм хәрәкәттәге армияға оҙатыу эшен башҡара. 1814—15 йй. Турғай далаһында Ҡаратурғай й. буйында ҡурғаш мәғдәне эҙләү өсөн экспедиция әҙерләй. Өфө төҙөлөшөнөң генераль проектын эшләүгә етәкселек итә. Башҡ. һәм мишәр кантондарында хәрби һәм граждан чиновниктары һанын кәметеү, Неплюев хәрби училищеһын (ҡара: Неплюев кадет корпусы) асыу инициаторы. Сенатор (1797), Дәүләт советы ағзаһы (1817 й. алып). Император Мәскәү тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1809 й. алып). Изге Андрей Первозванный (1806), 2‑се (1792) һәм 4‑се (1770) дәрәжә Изге Георгий, Изге Александр Невский (1786), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1776), 1‑се дәрәжә Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән.

Әҙәб.: Семёнов В.Г., Семёнова В.П. Губернаторы Оренбургского края. Оренбург, 1999.

Ю.С.Зобов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2022
Связанные статьи: