Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Фәрит Абдулғәни улы

Просмотров: 1011

ҒИЗЗӘТУЛЛИН Фәрит Абдулғәни улы (20.3.1949, Өфө), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (1996—2011 йй. осоусы аппараттар һәм ер өҫтө транспортының электр ҡоролмалары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге төрлө тәғәйенләнешле двигателдәрҙең ҡабыҙыу системалары, уларҙы тикшереү өсөн цифрлы диагностик аппаратура эшләү м‑н бәйле. Ғ. яныусы ҡатышмаларҙың осҡон разряды ярҙамында тоҡаныу процестарын тикшерә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Өфөләге “Молния” ҒПП‑нда һәм П.И.Баранов ис. Үҙәк авиация моторҙар эшләү ин‑тында (Мәскәү) газ турбиналы самолёт двигателдәренең, махсус ҡулланылышлы ер өҫтө транспорты двигателдәренең ҡабыҙыу системаларын эшләгәндә файҙаланылған. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Системы зажигания двигателей летательных аппаратов. Уфа, 1998; Ёмкостные системы зажигания. Уфа, 2002.

 

Ф.Р.Исмәғилев

Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: