Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРОНҒО ВЕНГРҘАР

Просмотров: 1288

БОРОНҒО ВЕНГРҘАР, фин‑уғыр ҡәбиләләре берләшмәһе. 12—13 бб. Көнбайыш Европа авторҙары Плано Карпини, В.Рубрук, Юлиан һ.б. хеҙмәттәрендә телгә алына. Күп кенә ғалимдар фекеренсә, Көньяҡ Урал Б.в. тарихи тыуған иле була (ҡара: Бөйөк Венгрия). В.А.Иванов б‑са, Б.в. б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Урал аръяғының һәм Көнбайыш Себерҙең урман‑дала райондарында формалаша, 6—7 бб. унан Урал һәм Кама буйына (ҡара: Оло Тигән ҡәберлеге) күсенә, һуңынан 9 б. бер өлөшө көнбайышҡа китә, ҡалған өлөшө Волга буйы Болғары составына инә. Уның фекеренсә, Б.в. Ҡараяҡуп мәҙәниәте һәм Кушнаренко мәҙәниәте халыҡтарының бер компоненты була. Н.А.Мәжитов иҫәпләүенсә, венгр халҡының этногенезында бәшнәктәр берләшмәһе составында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы далаларына күсенгән башҡорттарҙың бер өлөшө ҡатнаша. Урта быуат авторҙары мәғлүмәттәре, башҡорт-венгр телдәрендәге (ҡара: Венгр теле), ш. иҫ. этнонимдар атамаһындағы, оҡшашлыҡтар башҡорттарҙың килеп сығышының фин-уғыр теорияһы барлыҡҡа килеүенә нигеҙ була.

Әҙәб.: Мажитов Н.А. К проблеме башкиро‑мадьярских связей //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2006. Т.11. №2.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: