ҒИШВАРОВ Әнәс Сәйет улы
ҒИШВАРОВ Әнәс Сәйет улы (10.10.1950, Коканд ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1993), проф. (1994). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй (2001 й. башлап авиация двигателдәре каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге авиацияла, ракеталар төҙөүҙә, энергия машиналары һәм дөйөм машиналар эшләүҙә техник системаларҙың ышаныслылығын һәм ресурсын һынау, баһалау һәм күҙаллауға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә системалар м‑н идара итеүгә арналған. Ғ. тикшеренеү һөҙөмтәләре БР, РФ-тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре пр-тиеларында авиация двигателдәрен һәм энергетика ҡулайламаларын эшләгәндә ҡулланыла. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Теория ускоренных ресурсных испытаний технических систем. Уфа, 2000; Совмещённые ресурсные испытания технических систем. Уфа, 2002; Оптимизация ресурсных испытаний технических систем имитационным моделированием в системе жизненного цикла. Уфа, 2003.
Х.С.Ғүмәров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов