Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРОДОТ

Просмотров: 997

ГЕРОДОТ [б.э.т. 490 й. һәм 480 й. араһы, Галикарнас ҡ., Кесе Азия — б.э.т. яҡынса 425 й., Афина (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Фурия ҡ., Көньяҡ Италия)], боронғо грек тарихсыһы. Донъя мәҙәниәтенә “тарих атаһы” булараҡ инеп ҡалған. Б.э.т. 5 б. 50—40‑сы йй. Кесе Азия, Төньяҡ-Көнсығыш Африка, Көньяҡ-Көнсығыш Европа буйлап сәйәхәт итә. 500 —449 йй. грек-фарсы һуғыштары т‑дағы әҫәрҙең авторы, ул артабан “Тарих” (“История”) тип атала һәм 9 китапҡа (уларҙың һәр береһенә муза исеме бирелә) бүленә. Г. күп төрлө сығанаҡтарға (шәхси күҙәтеүҙәре, күреп белеүселәрҙең һөйләүҙәре, риүәйәттәр һәм легендалар, төрлө яҙма сығанаҡтар) нигеҙләнгән хеҙмәте төрлө илдәрҙең географик урыны, иҡт. һәм сәйәси тормошо үҙенсәлектәре, уларҙа йәшәүселәрҙең дине, ғөрөф-ғәҙәте һәм йолалары т‑дағы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Батша Дарий I скифтар иленә яһаған походына арналған 4‑се китапта (“Мельпомена”) Рифей (Урал) тауҙары янында йәшәүсе үҙе агриппейҙар, аримасптар, дайҙар, иирктар, исседондар, савроматтар, массагеттар һ.б. тип атаған халыҡтарҙың тормошо һәм көнкүреше т‑да тәүге систематик тасуирлама бирә. Г. мәғлүмәттәре иртә тимер быуат осорондағы Көньяҡ Урал тарихын өйрәнгәндә киң файҙаланыла.

Әҫәрҙ.: История: в 9 кн. М., 1999.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019