Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОНЧАРОВ Борис Васильевич

Просмотров: 1055

ГОНЧАРОВ Борис Васильевич (13.10.1926, Смоленск губ. Слобода а. — 22.6.2014, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д-ры (1970), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1986), БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1976). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары электр-механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) Мәскәүҙә эшләй. 1957—87 йй. (өҙөклөк м‑н) Сәнәғәт төҙөлөшө ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире, бүлек мөдире, 1980 й. алып директор. 1973—80 йй. һәм 1987 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1980 й. тиклем төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, 1988—99 йй. төҙөлөш эштәре технологияһы һәм фундаменттар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1988—91 йй. инженерлыҡ-төҙөлөш ф‑ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре фундаменттар һалыу технологияһына арналған. Г. свайлы фундаменттарҙың конструкцияларын, ялан шарттарында тупраҡтың үҙенсәлектәрен билдәләү ысулдарын уйлап таба. Г. етәкс. ер ҡаҙыу эштәрен башҡарған ваҡытта тупраҡтарҙағы динамик процестар тикшерелгән, свайлы фундаменттар һалыуҙың ҡалдыҡһыҙ технологиялары ҡоролмалары эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ-тың башҡа төбәктәренең торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшө пр-тиеларына индерелгән. 270‑тән  ашыу  фәнни  хеҙмәт  һәм  17 уйлап  табыу  авторы.

Хеҙм.: Об эффективности фундаментов в вытрамбованных котлованах в непросадочных глинистых грунтах //Основания, фундаменты и механика грунтов. 2007. №1 (авторҙ.); О динамическом методе оценки несущей способности фундаментов в вытрамбованных котлованах // Шунда уҡ. 2009. №1  (авторҙ.).

И.Б.Рыжков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: