Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОЦ Сергей Степанович

Просмотров: 1159

ГОЦ Сергей Степанович (9.3.1954, Бәләбәй ҡ.), радиофизик. Физика-матем. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1984—88 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре ярымүткәргестәр һәм диэлектриктар физикаһы, статик радиофизика, сигналдарҙы цифрҙар аша эшкәртеүсе автоматик системаларҙы программалаштырыуға бәйле. Г. металл булмаған материалдарҙың электростатик һәм электрофизик характеристикаларын үлсәү алымдарын һәм ҡорамалдарын, электростатик ҡырҙың көсөргәнешлелеген үлсәү өсөн ЦМИЭП-3 приборын һ.б уйлап таба. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Статические процессы в электронных приборах. Уфа, 1991 (авторҙ.); Основы построения и программирования автоматизированных систем цифровой обработки сигналов. 4-е изд., доп. Уфа, 2009.

Р.З.Бәхтизин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: