Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 980

ГРАДИЕНТ МАТЕРИАЛДАР, структураһы һәм үҙенсәлектәре өҫкө йөҙөнән тәрәнгә маҡсатҡа йүнәлешле үҙгәртелгән материалдар. Материалдарҙа (ҡороста, металл иретмәләрендә һ.б.) градиент структуралар пластик деформация, материалдарҙы термик ысул менән эшкәртеү юлы м‑н һәм уларҙы төрлө эҙмә-эҙлелектә ҡулланып булдырыла. Был ваҡытта механик көсөргәнеш һәм йылылыҡ ҡырҙарының тәьҫиренән барлыҡҡа килгән деформация изделиеның күләме б‑са бер тигеҙ таралмай, йәғни уның айырым урындарында һәм ҡатламдарында туҡталып ҡала, был материалдың күләмендә ҙур масштабтағы (изделиеның үлсәмдәре м‑н сағыштырмалы) структура-фазалы хәлдең градиенттары барлыҡҡа килеүгә килтерә. Улар ышҡылыу узелдарының туҙыуға ҡаршы тороуын, ресурсын арттыра һәм аҙ ышҡылып эшләй башлау ваҡытын яҡынайта. Г.м. алыу технологиялары  таяуҙар, шарнирҙар, шыуыу һәм тәгәрәү подшипниктары яһағанда ҡулланыла. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында структураһының дисперслығы төрлө дәрәжәлә (макронан алып нанокристаллик структураларға тиклем) булған ҡатламдарҙы тотҡан Г.м. эшләү ысулдары уйлап табыла. Пар турбиналарының яңы технологияларҙың береһе б‑са яһалған шыуыу подшипниктары “Башкирэнерго” ААЙ пр‑тиеларында ҡулланыла.

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: