Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘКӘН, археологик мәҙәниәттәре

Просмотров: 1432

ДӘҮЛӘКӘН, таш быуат — тимер быуат археологик мәҙәниәттәре. Б.э.т. 12‑се мең йыллыҡҡа — б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Дәүләкән ҡ. төньяҡ-көнсығыш ситендә Дим й. һул ярында урынлашҡан. 1962 й. Г.И.Матвеева тарафынан асыла, 1962—69 йй. Г.Н.Матюшин, В.С.Стоколос, Э.А.Фёдорова-Давыдова өйрәнә. 589 м2 ер ҡаҙылған. Күп ҡатлы тораманан, 5 торанан ғибәрәт. Д.I — мезолит тораһы. Һөйәк гарпундар, уҡ башаҡтары, беҙҙәр, бысаҡҡа оҡшаған кремний пластиналар табылған. Д.II — неолит тораһы. 4 усаҡлы торлаҡ нигеҙе асылған. Керамика тешле биҙәк төшөрөлгән тар төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ике яҡлап үткерләнгән кремний ҡоралдар, йорт хайуандары (һыйыр малы, ваҡ мал, ат) һәм балыҡ һөйәктәре табылған. Тораның көнсығыш өлөшөндә ир-ат ҡәбере асылған. Мәйет бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаһына ятҡырып, башы м‑н төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбер материалдары б‑са 1968 й. М.М.Герасимов неолит дәүере Көньяҡ Урал халҡының антропологик тибын реконструкциялай. Д.III — энеолит тораһы. Керамика Ағиҙел мәҙәниәте һауыттарынан (яғаға оҡшаған ауыҙлы, түңәрәк төплө) тора. Д.IV — бронза быуат тораһы. Керамика Абаш мәҙәниәте (ҡыңғырау рәүешендә, геометрик биҙәкле) һәм Бура мәҙәниәте (банка рәүешендә, горизонталь һыҙыҡтар һәм кәкерсәктәр м‑н биҙәлгән) һауыттарынан ғибәрәт. Д.V — неолит — тимер быуат тораһы. Тораның аҫҡы ҡатламдарында — һуң неолитҡа ҡараған һөйәк әйберҙәр, өҫкөләрендә Кушнаренко мәҙәниәте керамикаһы (горизонталь һыҙыҡтар һәм тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән йоҡа тышлы һауыттар) табылған. Д. материалдары РФА‑ның Археология ин‑ты (Мәскәү) һәм БДУ фондтарында һаҡлана.

Г.Н.Матюшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019